

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының ошондай мөһим көн булдырыуы – ВИЧ-инфекция проблемаһы ҡағылған кешеләргә теләктәшлек белдереү символдарының береһе. Быйыл СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө 17 майға тура килә. Донъяла әлеге дата уңайынан төрлө акциялар һәм саралар ойошторола. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2023 йылдың аҙағына илебеҙҙә генә 34 254 сирленең вафат булыуы хаҡында хәбәр ителгән. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда 5 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы яҡты донъя менән хушлашҡан.
«СПИД – ВИЧ-инфекцияһының һуңғы стадияһы. Вирус ВИЧ менән ауырыған партнер менән енси бәйләнеш ваҡытында, бер үк шприц менән ҡан тамырҙарына наркотик матдәләр индергәндә, шулай уҡ сирле әсәнән балаға йоғорға мөмкин», — тип иҫкә төшөрҙө СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева.
Бөгөн донъяның 75-тән ашыу илендә билдәләнгән СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө – хәүефле инфекцияның артабан таралыуына ҡаршы торорға әҙер булыуҙы күрһәтеү, СПИД эпидемияһы проблемаһына, ВИЧ-инфекциялыларға иғтибарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге ул.
Вирустан миллионлаған ғүмер ҡыйыла, сир кешенең енесенә, йәшенә, милләтенә, диненә, социаль статусына, профессиональ һәм шәхси үҙенсәлектәренә ҡарамай. СПИД-тан вафат булғандар араһында – бөйөк балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев, композитор, Queen төркөмө йырсыһы Фредди Меркьюри, актер Энтони Хопкинс, тенниссы Артур Аше, футболсы Джерри Смит.
Донъя берләшмәһенең төп маҡсаты – 2030 йылға СПИД-ты еңеү. Рәсәй ҙә ошо маҡсатҡа ынтыла, бының өсөн ВИЧ-ты иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау программалары ғәмәлгә ашырыла. ВИЧ-тың таралыуына юл ҡуймау – Рәсәй Федерацияһында дәүләт өҫтөнлөктәре иҫәбендә. Ваҡытында әҙерләнгән Дәүләт стратегияһы ВИЧ-инфекция һәм СПИД менән бәйле ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметеү иҫәбенә инфекцияның таралыуын туҡтатыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
ВИЧ/СПИД-ҡа ҡаршы көрәш саралары араһында профилактика мөһим урынды биләй. Ентекле аңлатыу эше ВИЧ-инфекция осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирә, тип билдәләй белгестәр. Ауырыуҙың таралыуын иҫкәртеү өсөн ВИЧ-инфекцияны иртә асыҡлау һәм пациенттарҙы диспансерға иҫәпкә ҡуйыу, шулай уҡ дарыуҙар тәғәйенләү, күҙәтеү, дауалау һөҙөмтәлелеген даими контролдә тотоу бик мөһим. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн республика юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары өсөн семинарҙар, лекциялар ойошторола, ВИЧ-ҡа аноним экспресс-тест үткәрелә, буклеттар таратыла.
«Бөгөн ошо сиргә ҡаршы иң һөҙөмтәле дарыу – проблеманы аңлау, дөйөм хәүефкә ҡаршы бергәләп эш алып барыу, халыҡҡа мәғлүмәт таратыу, йәшәү сифатын һаҡлау маҡсатында ғүмер буйына дауаланыу. СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө – һәр кешегә ошо эпидемия менән көрәшеүҙең ни тиклем мөһим булыуы тураһында йәнә бер тапҡыр уйланыу мөмкинлеге. Беҙҙең үлгәндәр алдындағы бурысыбыҙ – кешеләрҙе СПИД-тан һаҡлау, ә сирлеләрҙе дискриминациянан яҡлау, уларға әхлаҡи ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү», – тип йомғаҡ яһанылар СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгендә.
Башинформ.