Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Мая , 13:32

Фәрит Ғәниев Шайморатов генерал миҙалына лайыҡ булды

18 майҙа Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, мотоуҡсылар взводы командиры Фәрит Ғәниевкә Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙы. Ул юғары наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы өсөн лайыҡ булды.

Фәрит Ғәниев Шайморатов генерал миҙалына лайыҡ булдыФәрит Ғәниев Шайморатов генерал миҙалына лайыҡ булды
Фәрит Ғәниев Шайморатов генерал миҙалына лайыҡ булды

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуып үҫкән Фәрит Ғәниев оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. 2015-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, 2016 йылдан 2021 йылға тиклем VII саҡырылыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты була.

– Фәрит Глүс улының яҙмышы ҡыҙыҡлы. Хеҙмәт юлының күп өлөшөн ул прокуратурала һәм Тәфтиш комитетында эшләй, бик етди эштәрҙе тикшерә. Һуңынан Дәүләт Думаһы депутаты була. Һәм бына махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итте, был һис шикһеҙ ихтирамға лайыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Үҙ сиратында Фәрит Ғәниев Башҡортостандың идара итеү командаһына һәм халҡына хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итеүемә шатмын. Республика беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине ул. – Беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ һәм яҡындарыбыҙҙың беҙҙе көтөүен беләбеҙ.

 

https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostandan-mahsus-hrbi-operaciyala-atnashyusy-frit-niev-shaymoratov-general-mialyna-layy-buldy/#photo

 

Автор:
Читайте нас