Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Май , 06:36

Хәүефһеҙ һәм уңайлы заманса спорт комплексы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тотош республикала спорт өлкәһе әүҙем үҫешә.

Хәүефһеҙ һәм уңайлы заманса спорт комплексыХәүефһеҙ һәм уңайлы заманса спорт комплексы
Хәүефһеҙ һәм уңайлы заманса спорт комплексы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тотош республикала спорт өлкәһе әүҙем үҫешә. Ошо йәһәттән Башҡортостанда милли сәйәсәттең айырылғыһыҙ өлөшө булып милли традицияларҙы, шул иҫәптән спорт традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү тора.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Алға" физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө дауам итә. Эштәр 40 процентҡа тиерлек башҡарылған. Әлегә фундамент эшләнгән, металл конструкциялар һәм бассейндың монолит стеналары монтажлана.


Хәҙер төҙөүселәр ҡаҙанлыҡтың нигеҙе менән шөғөлләнә, параллель рәүештә гидроизоляция, тышҡы һыу менән тәьмин итеү һәм канализация селтәрҙәре буйынса эштәр башҡарыла. Эштәр график буйынса һәм төҙөлөш нормаларына ярашлы алып барыла.
"Алға" физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡала халыҡының физик культура менән шөғөлләнеү мөмкинлектәрен киңәйтә. Был хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ талаптарына яуап биргән заманса спорт комплексы буласаҡ.

Ә.Мансурова.

Фотолар Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сәхифәһенән алынды.

Хәүефһеҙ һәм уңайлы заманса спорт комплексы
Хәүефһеҙ һәм уңайлы заманса спорт комплексы
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас