Ашҡаҙар
+21 °С
Ясно
Йәмғиәт
21 Мая , 10:15

Нефтекаманың «Метротест» компанияһы һынау машиналары сығарыу күләмен арттыра

20 майҙа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдан алып «Нефтекама» йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булған «Метротест» производство компанияһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Нефтекаманың «Метротест» компанияһы һынау машиналары сығарыу күләмен арттыраНефтекаманың «Метротест» компанияһы һынау машиналары сығарыу күләмен арттыра
Нефтекаманың «Метротест» компанияһы һынау машиналары сығарыу күләмен арттыра

Предприятие материалдарҙың физик-механик үҙенсәлектәрен билдәләү өсөн заманса инновацион ҡорамалдар етештерә. Шулай уҡ бында эшләтеп ебәреү-көйләү эштәренең тулы циклын башҡаралар, һынау ҡорамалдарын калибрлайҙар һәм тикшереүгә әҙерләйҙәр, файҙаланыу ваҡыты дауамында сервис хеҙмәтләндереүен тәьмин итәләр, техник хеҙмәтләндереү үткәрәләр һәм ремонтлайҙар.

2023 йылда компания, Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан 30 миллион һум күләмендә грант алып, «Коммерциялаштырыу-импортты алмаштырыу» федераль программаһында еңеүсе булған. Был аҡсаға предприятие заманса металл эшкәртеү ҡорамалдары, программа тәьминәте һатып алған һәм продукция сифатын яҡшыртыуға ирешкән.

«Метротест» предприятиеһы директоры Юрий Калабин хәбәр итеүенсә, һынау ҡорамалы юғары сифатлы материалдарҙан һәм комплектлаусы изделиеларҙан эшләнгән, Рәсәй һәм халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә.

Радий Хәбиров предприятие цехтарын ҡараны һәм һынау машиналары сығарыу күләмен арттырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Атап әйткәндә, 2026 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса модернизациялауға 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, 60 яңы эш урыны булдырылған.

– «Метротест» – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы. Компания бындай ҡорамалдар баҙарына уңышлы «инде». – Афариндар! Станоктар һатып алалар, яңы бина төҙөгәндәр. Беҙҙең Төбәк лизинг компанияһы уларға яҡшы ставка менән ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итәсәк, тип килештек, – тип билдәләне республика Башлығы предприятие эшмәкәрлеге менән танышыу йомғаҡтары буйынса.

Автор:
Читайте нас