Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Май , 16:10

НИНДӘЙ ЕНӘЙӘТТӘР ӨСӨН ЯЗА АЛЫРҒА МӨМКИН, ХАТТА БӘЛИҒ БУЛМАҒАН ОСРАҠТА ЛА?

Үҫмер ҡылған ауыр енәйәттәр араһында - башҡа кешенең мөлкәтен яндырыуы, диверсия, террор акты бар. Йыш ҡына балалар «ябай задание» үтәү өсөн еңел аҡса эшләү тәҡдимдәренә бара, мәҫәлән, тимер юлдағы релей шкафын, кәрәҙле элемтә станцияһын йәки башҡа йәшәү тәьминәте объекттарын яндырыу.

НИНДӘЙ ЕНӘЙӘТТӘР ӨСӨН ЯЗА АЛЫРҒА МӨМКИН, ХАТТА БӘЛИҒ БУЛМАҒАН ОСРАҠТА ЛА?НИНДӘЙ ЕНӘЙӘТТӘР ӨСӨН ЯЗА АЛЫРҒА МӨМКИН, ХАТТА БӘЛИҒ БУЛМАҒАН ОСРАҠТА ЛА?
НИНДӘЙ ЕНӘЙӘТТӘР ӨСӨН ЯЗА АЛЫРҒА МӨМКИН, ХАТТА БӘЛИҒ БУЛМАҒАН ОСРАҠТА ЛА?

Вәғәҙә ителгән эш хаҡы урынына үҫмер енйәт яуаплылығына тарттырыла. Ҡайһы берҙә үҫмерҙәргә «хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре» шылтырата. Ҡурҡытып һәм ышандырырлыҡ итеп өндәшеп, мутлашыусылар үҫмерҙәргә психологик баҫым яһай, законһыҙ ғәмәлдәр ҡылырға мәжбүр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да һеҙгә шылтыратмай һәм телефон аша «йәшерен операциялар» йәки тикшереү деталдәрен тикшермәй.

Бындай осраҡтарҙа иң дөрөҫ ҡарар-трубканы һүндереү! Мутлашыусылар йәки вербовкалаусылар үҫмергә түбәндәгесә сыға:

- еңел эш тәҡдим итәләр;

- ҡоролмаларҙы ватынп инергә ҡушалар һәм ҡорбандың ышанысынана файҙаланалар;

- ата-әсәләрҙең хәүеф аҫтында булыуы менән янап, яҙырға йәки шылтыратыуҙары мөмкин;

- уйындар эшләйҙәр, уларҙың асылы — ысын тормошта заданиелар үтәү. Рекрутерҙарҙың яратҡан схемаһы еңел аҡса эшләү тәҡдиме менән башлана.

"Эш биреүселәр" башҡарыусыларҙы бер ниндәй ҙә етди яуаплылыҡ көтмәй тип ышандыра. Шулай уҡ мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙәге балалар аккаунттарын күпләп һатып ала һәм улар аша диверсияға саҡырыуҙар һәм миналар тураһында ялған хәбәрҙәр ебәрә. Бындай вайымһыҙлыҡ үҫмер өсөн бер юлы ике статья буйынса енәйәт яуаплылығына әйләнергә мөмкин:

РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы ялған хәбәр һәм РФ Енәйәт кодексының 280.4-се статьяһы дәүләт именлегенә ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуға асыҡ саҡырыу.

Беренсе статья буйынса иң юғары яза — ике йыл колония, икенсеһе буйынса — алты йыл. Ата-әсә ҡасан борсолорға тейеш? Үҫмерҙең тәртибе ҡырҡа үҙгәргәндә. Әгәр баланың аралашыу даирәһе һәм тәртибе үҙгәрһә.

Баланың артыҡ аҡсаһы булһа. Әгәр һеҙгә еңел аҡса эшләргә, законһыҙ эш итергә йәки диверсия эшләргә тәҡдим итһәләр, шулай уҡ таныштарығыҙға шундай тәҡдимдәр килһә, шунда уҡ Федераль именлек хеҙмәтенә йәки полицияға хәбәр итегеҙ!

Телефоны: 8 (347) 272-99-44 Федераль именлек хеҙмәтенең дежур хеҙмәте йәки 102 полиция. Яҙмышығыҙҙы һәләк итмәгеҙ!

Автор:
Читайте нас