

Асель бәләкәйҙән әүҙем бала була – шыуышырға, атларға өйрәнә, тик өс йәшенә ҡарай мускулдары көсһөҙләнә, һәм ҡыҙ үҙ аллы атлай алмай башлай. Хәҙер ул ҡулдары ярҙамында инвалид арбаһында ғына хәрәкәт итә.
Балалар баҡсаһынан һуң Асель 2022 йылда уңайлы мөхиттең заманса стандарттары буйынса төҙөлгән 17-се «Ҡанатлан» мәктәбенә ҡабул ителә. Гөлназ Сәйетова ҡыҙының шулай уҡ музыка мәктәбендә уҡыуы, вокал менән шөғөлләнеүе, фортепианола уйнауы, хорҙа йырлауы хаҡында һөйләне. Асель һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус кейем съемкаларында ла ҡатнаша.
– Мин һеҙҙе бик көттөм һәм ҡунаҡҡа мотлаҡ килерегеҙҙе белдем. Һеҙгә күрһәтер өсөн дәрестәрҙә алған «бишле»ләремде йыйҙым. Үҫкәс, табип йәки фармацевт булырға теләйем, – тип һөйләне Асель һәм картина, әсәһе менән бергә эшләгән башҡа сувенирҙар бүләк итте.
Республика Башлығы үҙ сиратында ҡыҙға уҡыу һәм ижади шөғөлдәре өсөн планшет бүләк итте.
– Шөғөлдәреңдең күп булыуын, гел «бишле»гә генә уҡыуыңды күрәм. Һине Өфөгә Башҡорт опера һәм балет театрына «Бәләкәй принцессалар балы»на саҡырырға теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Бүләктәрең өсөн рәхмәт. Яҡшы уҡы, ә иң мөһиме – ауырыма!
Төбәк етәксеһе ҡыҙҙың класташтары менән дә аралашты. Балалар республика Башлығына тормошта ниндәй һөнәр һайларға теләүҙәре хаҡында һөйләне.
17-се мәктәптә Радий Хәбиров тамаша һәм спорт залдарын, ашхананы ҡараны. Уҡыусыларының теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән төп менюнан тыш, бында «Здоровей-КА» эко-буфеты эшләй, унда алма, эсемлектәр, ҡамыр ризыҡтары һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатыла. Быларҙың барыһы өсөн дә уҡыусы картаһы менән түләргә мөмкин.
Мәғариф учреждениеһы директоры Роман Ғәниев һөйләүенсә, быйыл 65 класта 1 870 уҡыусы белем ала. Коллективта 70 педагог эшләй. 2025 йылда бында айырым предметтар тәрәнәйтеп өйрәнелгән технологик (инженер) һәм социаль-иҡтисади профилле кластар асылған. Мәктәп Өфө фән һәм технологиялар университеты менән хеҙмәттәшлек итә, шулай уҡ ӨДНТУ һәм БДМУ менән килешеү төҙөгән.
Мәктәптә «Ҡанатлан!» белем биреү проектына айырыуса иғтибар бүленә. Дәрестәрҙән тыш балалар шахмат уйнарға, ораторлыҡ оҫталығына өйрәнә, башҡорт бейеүҙәре менән шөғөлләнә, артабан водитель таныҡлығы алыу маҡсатында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үҙләштерә.
– Был объект беҙгә еңел бирелмәне, әммә һөҙөмтәлә яҡшы урында бына тигән мәктәп барлыҡҡа килде. Эргәлә йәш ғаиләләр йәшәгән яңы йорттар күп, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – «Ҡанатлан!» проектына килгәндә, беҙ уға яңы ҡеүәт өҫтәргә теләйбеҙ. Балаларға нисек файҙалы икәнен үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙ. Был бик шәп!