

Туғандары һеңлеләренә икмәк заводында эш башларға тәҡдим итә. Хеҙмәт һөйөп үҫкән ҡыҙға эшләгән һәр ерҙә лә маҡтау һүҙҙәре яуа. Бала табыу йортонда санитарка булып оҙаҡ ҡына эшләй. Бер тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡанда, Зәит ауылы егете менән таныша. Хәлфетдин Бибинурға көн һайын мөхәббәт хаттары яуҙыра. Сос егет теҙгенде ҡыҫҡа тота. Сибәркәйе инәлткеләп тә алғылағас, тота ла урлап алып ҡаса.
Өйләнешкәндән һуң йәштәр өс йыл Зәиттә ғүмер итәләр, һуңынан Үзбәкстанға күсеп китәләр. Хаскала тигән алтын приискаһында эшләй башлайҙар. Ире шофер һөнәрен үҙ итә. Ҡояшлы илдә ике уллы булалар. Һуңынан Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайталар.
Өсөнсө балалары – Гөлнаралары Башҡортостанда тыуа. Тормош иптәше вафат булғас, Бибинур балаларын алып, тағы Үзбәкстанға йүнәлә. 8, 6, 2 йәшлек балаларын нисек тә аяҡҡа баҫтырыу кәрәклеге әсәне йәнә ҡуҙғалырға мәжбүр итә. Бибинур апай юғалып ҡалмай. Балаларын аяҡҡа баҫтыра, һөнәр һайларға ярҙам итә. Рөстәм улдары әрме сафынан ҡайта. Радик улы Владивостокта эшләй. Гөлнара Өфөгә сит телдәр факультетына уҡырға инә. Бибинур апай
балалары менән Башҡортостанға яңынан әйләнеп ҡайта. Стәрлетамаҡ районы Наумовка ҡасабаһына килеп төпләнәләр. Ятаҡтың һигеҙ квадрат метрлыҡ бүлмәһендә йәшәй башлайҙар. Иркен итеп йорт һалырға ҡарар итәләр. Радигын
да үҙҙәре янына ҡайтарып алалар. Ҙур тырышлыҡ менән мөһабәт йорт ҡалҡып та сыға.
Балалар бер-бер артлы үҙҙәре ғаиләле була. Бер йылда гөрләтеп өс туй үткәрә Бибинур апай. Уландар сыртылдатып өй һалып инәләр. Һатыу эше менән дә булалар. Ташкентҡа барып машина алып ҡайталар. Бибинур апай ҙа тимер
юлда техник-табельщик булып эшләй. Шәхси магазиндарын асып ебәрәләр. Палатка ҡороп, киоск та тоталар. Тора-бара магазиндарын да ҙурайталар. Һатыусы булып Бибинур апай үҙе эшләй. Эшсән ғаилә ағзаларының “Пятерочка”
магазины, кафелары сафҡа инә. – Мәсет һалыу минең уйыма килде. Намаҙ уҡығым килде. Хәҙер биш намаҙымды ҡалдырмайым. Мәсет асҡанға тиклем мәҙәниәт йортонда, кафела былауҙар бешереп, аяттар уҡыта, Ҡорбан байрамдары уҙғара инек. Улдарым сауаплы эшкә ҙур ихласлыҡ менән тотондолар. Нигеҙен дә тиҙ арала ҡорҙолар. Нәҫелебеҙҙә атайҙары яғынан да, минең яҡтан да дини кешеләр күп. Төҙөлөшкә үзбәктәрҙе лә йәлеп иттек. Уларҙы үҙ өйөбөҙҙә йәшәттек, ашау ойошторҙоҡ, бар уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ. Мәсетте минең исем менән атарға ҡарар иттеләр. “Бар ауырлыҡты һин күтәрә килдең, һәр саҡ беҙгә өлгө күрһәттең. Оло хөрмәт йөҙөнән мәсеткә һинең исемде ҡушабыҙ,” – тинеләр.
Ейәнем Рафаэль – Рөстәм улымдыҡы, мәсетебеҙҙең муллаһы. Ул уҡытыусыһынан өләсәй исемен мәсеткә ҡушырға яраймы икәнлеген һорап асыҡлап та ҡуйған. Берҙән Биби, икенсенән Нур, бик һәйбәт, килешле исем тигәндәр. Мәсетте
тәртиптә, таҙалыҡта тотоу өсөн ике эшсебеҙ бар. Улар хеҙмәте тейешле түләнелә. Рәхмәт яуһын балаларыма, өсөһө лә аҡыллылар, егәрлеләр. Мине ҡәҙерхөрмәттәренән өҙмәйҙәр, ҡурсалап ҡына йөрөйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә
һөйөндөрөп кенә тора. Биш йыл тимер юлын төҙөкләндереүҙә эшләнем. Көнөнә биш шпал һала инек. Нормамды икеләтә арттырып үтәй килдем. Етәкселәр ихтирамынан һис өҙмәне, шөкөр. Бер йыл эсендә Ҡөръән Кәримде алты
тапҡыр уҡып сыҡтым. Ғәрәп телен үҙаллы өйрәндем. Иң тәүҙә ғәрәп алфавитына төшөндөм, видеояҙмаларға ла таяндым, – тип һөйләп бирҙе үҙенең тормош юлы тураһы да Бибинур апай.
Эйе, иман нуры таратыр мәсетте сафҡа индереү өсөн Бибинур Барый ҡыҙы һәм уның уландары бик ныҡ тырышлыҡ һалғандар. Ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн ғаилә берҙәм ынтылған. Рөстәм менән Радик улдарының татыулығы,
хеҙмәтте яратыуҙары нәҫел аша тапшырыла килә. Бар яҡтан да килгән балаларынан бик ҡәнәғәт әсә кеше. Ҡәҙерлеләренә Аллаһтың рәхмәттәре яуһын, тип теләп кенә йәшәй ул. Улдары әсәләренә ҡупшы, мөһабәт йорт һалып биреүҙәренә ҡыуанып бөтә алмайҙар. Бибинур апай 2013 йылда Хажға барыу бәхетенә ирешә.
“Тормошомда әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыным. Аллаһ нисек яралтҡан, ниндәй һынауҙар әҙерләгән – барыһын да лайыҡлы кисерҙем. Ауырлыҡтар артта ҡалды. Шөкөр, йылына ике тапҡыр һаулығымды нығытып, шифаханаларға йөрөп торам. Аллаға шөкөр, йыл да Ураҙа тотам. Балаларымдың икешәр балалары бар. Барыһы ла юғары белемлеләр. Мәләүездәге ейәнем
стоматолог, ейәнсәрем институтта уҡый. Рөстәмемдең улы дипломат, Ырымбурҙа йәшәйҙәр. Килендәремдән дә уңдым, барыһы ла инсафлылар. Шөкөр, улдарым, ҡыҙым да намаҙ уҡый. Оло улым Радик 63 йәштә, Рөстәмемә 61 тулды, Гөлнараға – 59”, – ти ул тормошона рәхмәттәр уҡып.
Наумовка ҡасабаһындағы Аллаһ йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ҡорбан ғәйеттәре, Ураҙа айы аяттары, дини байрам аштары шартына тура килтерелеп уҙғарыла. Ҡорбан салыу, былау бешереүҙәр ҙә ҙур теләк, күңел
ҡушыуы менән башҡарыла. Эйе, көслө рухлы ҡатын бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтә. Бөгөнгө көндә балалары хәстәрендә бәрәкәтле, етеш донъяһында ҡыуанып яңы ҡояшты ҡаршылай. Тиҫбе тартҡан арала лайыҡлы йәшәлгән ғүмер
йылдарын да барлап сыға булдыҡлы Бибинур Барый ҡыҙы. Үкенерлек түгел. Иман таратҡан изге мәсет ишектәре һис ҡасан да ябылмаһын. Ҡот, ырыҫ таратып, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тороуын дауам итһен!
Рәйсә ҒИЛӘЖЕВА,
Стәрлетамаҡ районы Наумовка ҡасабаһы.
Автор фотолары.