...Һәр әҙәм балаһы үҙ юлын үҙе һайлай, һәр ир-азамат күңелендә ғаилә һаҡсыһы, тыуған ерен яҡлаусы булып тыуа, күптәр шуға тормошта ла яугирлыҡ бурысын иңендә лайыҡлы күтәреп бара. Тимур Фадеев та бала сағынан уҡ башҡаларҙан айырылып тора, кемделер нахаҡҡа ҡыйырһытһындармы – Тимур уны үҙем аямай яҡлап сыға, кемгәлер ярҙам кәрәкме – йәнә Фадеев үҙ ваҡытынан, эшенән өҫтөн ҡуйып, ашыға. Физик яҡтан көслө, аралашсан егеттең Доставалов исемендәге кадет корпусына уҡырға барыуына ла аптырайһы түгел.
Мәктәп, әрме һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәт... Ошо ябай ғына, ҡыҫҡа ғына, әммә тәрән мәғәнәгә эйә тормош юлы уның. Кескәй саҡтан яҡты уйлы егет махсус хәрби операция башланғас та ефрейтор Фадеев ике уйлап тормай яу яланына юллана. Үкенескә ҡаршы, 2023 йылда Тимур һәләк булып ҡалды һәм уны ҡала халҡы ҙур хөрмәт һәм дан менән мәңгелек йортона оҙатты.
Ул күптәрҙең хәтерендә шулай йәш һәм батыр булып һын алды. Улай ғына ла түгел, Стәрлетамаҡта Тимур Эдуард улы хаҡында хәтер мәңгелләштерелә. Белем алған 1-се лицейға таҡтаташ ҡуйылды, “Ашҡаҙар” гәзите йыл да уның рухына арнап Шахмат буйынса турнир ойоштора. Тимур Фадеев әүҙем ғаиләлә тәрбиәләнә, атаһы Чечен һуғышы ветераны, әсәһе эшҡыуар, ҡустыһы ағаһы уҡыған лицейҙа тырышып белем ала. Әлбиттә, һәр юғалтыу уңалмаҫлыҡ яра. Бигерәк тә балаһын гүр ҡуйынына һалып ҡуйған әсә ғазаптарын күҙ алдына килтереүе ауыр. Әммә Лариса Сергеевна бала ҡайғыһын күтәреп кенә ҡалманы, үҙе һымаҡ әсәләргә, тол ҡатындарға рухи терәк тә булып тора.
Яҡындарын яуҙан көткән, юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарға терәк булыр ойошмалар байтаҡ Стәрлетамаҡта. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағында эшләп килгән Шайморатов ирекмәндәр отряды яугирҙарыбыҙға ярҙам итеп кенә ҡалмай, уларҙың ғаиләләрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Шул уҡ ваҡытта гүзәл заттарыбыҙҙың бер-береһе менән ҡатышып йәшәүе, аралашыуы, әүҙемлеге үҙе бер ҙур көс һәм таяныс булып тора! Был йәһәттән республикала йыл да ойошторолоп килгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” форумы иғтибарға лайыҡ.
Ошо сарала нисәмә әсә, ҡатын, ҡыҙ, апай-һеңлеләр рухи көс туплап, тәжрибә уртаҡлашып ҡайта. Быйыл да сара төрлө өлкәләге иң юғары белгестәр һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында федераль кимәлдә үтте. Республиканың барлыҡ район Лариса Сергеевна ла был сарала көтөп алынған ҡунаҡ ине. Батыр ул тәрбиәләүсегә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды. Улай ғына ла түгел, Лариса Фадеева форумда бер нисә секция эшендә лә ҡатнашып өлгөрҙө. – Форумдан ҡанатланып ҡайттым, был, әлбиттә, күкрәккә миҙал тағыу сәбәбе генә түгел. Сарала барған аралашыу тағы бер тапҡыр беҙҙе берҙәм итеп тойорға һәм һайлаған юлыбыҙ хаҡ икәнлегенә инандырҙы. “Ватанды яҡлаусылар” фонды, шәхсән Гөлнур Ҡолһаринаға хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт, район-ҡалаларҙа беҙгә яугир ҡатындарына, әсәләренә ниндәй генә мәсьәлә килеп тыумаһын ярҙам итеп торалар. Ғөмүмән, республика етәкселеге шул иҫәптән әлеге форумдар аша ла республика гүзәл заттарының һаулығын, күңел торошон хәстәрләеүенә ҡыуандым, – тип һөйләп үтте тәҫъораттары хаҡында Лариса Сергеевна.
Әлбиттә, форум ҙур һәм төрлө майҙансыҡтар төрлө йүнәлештә эш алып барған. Һәр ҡатнашыусы унан шәхсән үҙе өсөн яуаптар тапҡандыр. Лариса Фадеева иһә ҡатын-ҡыҙ өсөн матурлыҡ, эске паклыҡ, тирә-яҡҡа ҡарата мөнәсәбәт тураһында фекер туплап ҡайтҡан. – Бигерәк тә “Сәнғәт һәм сәйәсәт” секцияһында ҡатнашып, үҙем өсөн яуаптар таба алдым. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Андрей Исаевтың әйткән фекере бик оҡшаны. Ул: “Сәнғәт һәм сәйәсәтте айырып ҡарау дөрөҫ түгел, барыбыҙ ҙа бер эш – халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өҫтөндә эшләйбеҙ!” – тине. Тулыһынса килешәм, сөнки, һәр кем үҙ урынында, сәйәсмәнме ул, йырсымы, инженермы – халыҡ, йәмғиәт өсөн хеҙмәт итә, ул шул йәмғиәттең үҙе лә бер өлөшө. Кемдер көндәлек, матди ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү буйынса эшләй, кемдер рухи торошто байыта. Әммә беҙ барыбыҙ ҙа дөйөм Рәсәй милләте үҫешһен өсөн көс түгәбеҙ. Был эште беҙ берҙәм башҡарабыҙ, ошо берҙәмлек артабан да юғалмаһын ине! – тип һөйләп үтте Лариса Фадеева тойғолары хаҡында.
Сәнғәт тигәндән, Тимур ҙа дуҫтары араһында лидер булараҡ һәр саҡ йыр башлап, гирата сиртеп, башҡаларҙың күңелен күтәргән, ваҡыты еткәс гитараны ҡоралға алыштырып, яугир булараҡ кешеләрҙең рухы һағына баҫа егет. “Сәнғәт һәм сәйәсәт” секцияһында әйтелгәнсә, сәнғәт тә, сәйәсәт тә, тарих һағында тора, сәнғәт төрлө һыналыш осорҙарын еңелерәк, ә дөрөҫ сәйәсәт дөрөҫ кисерергә ярҙам итә. Иң мөһиме, һәммәбеҙ өсөн тарихи дөрөҫлөк мөһим. Бөгөн шуның өсөн дә көрәш бара, был көрәштә ул да, әсә лә, музыкант та, депутат та берҙәм булып алға барырға ҡала!
Рәмил МАНСУРОВ.
Фотолар Лариса Фадееваның шәхси архивынан алынды.