Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
3 Июня , 12:18

Ҡырмыҫҡалыла бер ир юл фажиғәһендә һәләк булған

Ҡырмыҫҡалы районындағы «Алмағас» баҡса ширҡәтендә Сик буйы һаҡсылары көнөн билдәләгән бер төркөм ир-егеттәр өсөн байрам фажиғәле тамамланған.

Ҡырмыҫҡалыла бер ир юл фажиғәһендә һәләк булғанҠырмыҫҡалыла бер ир юл фажиғәһендә һәләк булған
Ҡырмыҫҡалыла бер ир юл фажиғәһендә һәләк булған

Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙмаса булып алған ирҙәр Renault Logan автомобилендә Орловка ауылы яғына бармаҡсы булған. Водитель идара итеү һәләтен юғалтҡан, машина түңкәрелгән. Ир ваҡиға урынында йән биргән.

Әммә фажиғә бының менән генә тамамланмаған. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, мәрхүм ирҙең баҡсалағы йорто янып киткән. Уттан бер нәмә лә ҡалмаған.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас