Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Йәмғиәт
9 Июня , 13:44

«Башҡортостан продукты»ның тауарҙары Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә оҙатыла

«Башҡортостан продукты» сифат билдәһенә эйә тауарҙар илдең бөтә төбәктәрендә лә һатыла, ә проектта ҡатнашыусы 34 компания сит илдәргә экспорт поставкаларын уңышлы үҫтерә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Константин Климин хәбәр итте.

«Башҡортостан продукты»ның тауарҙары Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә оҙатыла«Башҡортостан продукты»ның тауарҙары Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә оҙатыла
«Башҡортостан продукты»ның тауарҙары Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә оҙатыла

«Башҡортостан продукты» проекты төбәктең 907 предприятиеһын берләштерә. 2025 йылда 104 етештереүсе дипломант статусына лайыҡ булған, һөҙөмтәлә был логотипты тағы ла 4,5 мең тауар төргәгенә урынлаштырырға мөмкин.

– Башҡортостан продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана. «Башҡортостан продукты» бренды республикала һәм унан ситтә танылған сифат билдәһенә әүерелә, – тине Константин Климин.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: республика брендтарын үҫтереүҙә һәм илдең ҙур сауҙа майҙансыҡтарында Башҡортостан продукцияһы төрҙәрен арттырыуҙа предприятиеларға ярҙам итеү төбәк Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы эшенең мөһим йүнәлеше булып тора.

Проект дипломанттарының ҡаҙаныштары айырым иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, ғаилә умарталығы хужаһы Григорий Куляшов, Һаҡлыҡ банкының «Яратҡан бәләкәй бизнес» премияһында еңеп, һәм «Маркетплейстарҙа сауҙа итеү» категорияһында илдең 100 эшҡыуары иҫәбенә ингән. Ит снектары етештереүсе Илвира Куртмамедова иң ҙур онлайн-платформаларының береһендә һатыу итеү буйынса алдынғы тип табылған. Ә «Әлшәй-Ит» Раевка ит комбинаты Екатеринбургта йыл һайын уҙғарыла торған XXV Ит һәм балыҡ продукцияһы сифаты фестивалендә I дәрәжә диплом яулаған.

Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа төбәк етештереүселәренә ярҙамы һәм Рәсәй баҙарында республика тауарҙарын танытыу йүнәлешендәге эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Белешмә:

Төргәктең «Башҡортостан продукты» билдәһе менән тамғаланыуы тауарҙың республикала етештерелгән сеймалдан эшләнеүе, ә продукцияның сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе хаҡында һөйләй. Маркировкалау хоҡуғын алыу өсөн проектҡа инергә ғариза тапшырырға кәрәк. Унда төбәк етештереүселәре өсөн ҡатнашыу бушлай.


https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-produkty-proektynda-atnashyusylary-tauarary-rsye-bt-tbktren-l-oatyla/

 

 

Автор:
Читайте нас