Ашҡаҙар
+18 °С
Дождь
Йәмғиәт
10 Июня , 08:58

ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?

Форсаттан файҙаланып, әйтеп үтәм, әлеге мәлдә 12 июнгә тиклем йәмәғәт киңлектәре буйынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тауыш биреү бара. Унда 14 йәштән һәм унан өлкәндәр ҡатнаша ала. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса ҡала халҡы 2027 йылға таҡ яҡлап Ленин проспектындағы “Мәңгелек ут”тан Волочаевская урамына тиклем зонаны төҙөкләндереүен һайлай ала. Программала ҡатнашыр өсөн 55 мең тауыш йыйырға кәрәк, бөгөнгө көндә 40 мең тирәһе тауыш йыйылған.

ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?

Стәрлетамаҡ урамдары буйлап йөрөгәндә ҡаланың теге йәки был биҫтәһе төҙөкләндерелеүен, уның матурлығын күреп күҙҙәр шатлана, күңелгә рәхәт, ҡалабыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерәм. Стәрле йылдан-йыл күркәмләнә, үҫешә, заманса була бара. Шәхсән минең хис-тойғоларым шундай. Ҡалабыҙҙа ниндәй объекттар яңыртыла, унда нимәләр эшләнә, эштәр ҡасан тапшырыласаҡ, уларҙың дөйөм суммаһы күпме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн беҙ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары КАМАЛОВ Рөстәм Дантис улына мөрәжәғәт иттек.

– Рөстәм Дантисович, әлеге мәлдә ҡалала реконструкция буйынса ниндәй объекттарҙа ремонт эштәре башҡарыла?

– Әле ҡалала ике федераль программа – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” һәм Парктарҙы һәм скверҙарҙы реконструкциялау буйынса эштәр алып барыла. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса ике территория – Элеватор урамында йәйәүлеләр зонаһы һәм Киров паркынан алып Рус драма театры тамамланған ергә тиклем (Хоҙайбирҙе урамы) киңлек төҙөкләндерелә.

– Гәзит уҡыусыларыбыҙ ни өсөн ағымдағы йылда ла Ленин проспекты йәнә ремонтлана тигән һорау менән йыш мөрәжәғәт итә. Ошо турала аңлатып үтһәгеҙ ине.

– Быйыл Ленин проспектында уҙған йылда башланған эштәрҙе дауам ғына итәбеҙ, икенсегә унда ремонт эшләнмәй. Йәғни, эштәр ике этапта башҡарыла. Былтыр әгәр кесе архитектура формаларын, майҙансыҡтар урынлаштырһаҡ, ағымдағы йылда беҙ иҫке брусчатканы алып, яңыһын түшәйбеҙ, авария хәлендәге ағастар ҡырҡыла, бордюрҙар һалына, шулай уҡ яңы уйын комплексы буласаҡ, бәүелсәктәр.

– Һәр проекттың үҙенсәлеге нимәлә? Уларҙы башҡарыу ваҡытын һәм суммаһын әйтеп ишеттерегеҙ әле?

– Ленин проспектына килгәндә, эштәрҙе 15 сентябргә тиклем тамамлау планлаштырыла. Бындағы объектта эштәрҙең дөйөм суммаһы – 54 миллион һум тәшкил итә. Килешеү “Дортрансстрой” ЯСЙ менән төҙөлгән.

Элеватор урамындағы аллеяны сентябрҙә тапшырырға ниәтләнгән инек, әммә эштәр унда 80 процентҡа тирелек тамамланған да инде, аллеяның ҡайһы бер өлөшөнә асфальт түшәлгән. Кесе архитектура формаларын, эскәмйәләр урынлаштыраһы ғына ҡалған. Яҡынса әйткәндә, Аллаһ бойорһа, июнь айында тапшырырҙар тип уйлайбыҙ. Унда беҙ “РефСтройПроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөнөк һәм эштәрҙең суммаһы 17 миллион һумға барып баҫты.

Киров паркынан алып Рус драма театрына тиклемге зона 1 сентябргә сафҡа индереләсәк. Бында ла беҙ реконструкцияны “РефСтройПроект” йәмғиәтенә ышанып тапшырҙыҡ, эштәрҙең дөйөм суммаһы – 65 млн. һум. Брусчатканан яңы япма һалынасаҡ, тышҡы яҡтыртыу ҡуйыла, ҡыуаҡлыҡтар, сәскәләр ултыртыласаҡ, видеокүҙәтеү була. Әлеге йәмәғәт киңлектәренең үҙенсәлегенә килгәндә беҙ Киров паркын реконструкциялау эшен дауам итеп, кешеләргә ваҡыттарын файҙалы үткәрергә уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ. Ә бына киләһе йылдарға пландарҙа Тыныслыҡ урамын парк менән бер ҡулсаға индереү, йәғни унда бер ҙур парк зонаһы булһын өсөн Хоҙайбирҙе урамынан алып Сакко һәм Ванцетти урамына тиклем эштәр башҡарыу.

Тарихи территория тураһында әңгәмәләшкәс, һүҙ уңайы шуны ла әйтеп үткем килә, төҙөкләндереү программаларында ҡатнашып, “Ашҡаҙар” йылғаһы яғындағы пляжға ҡаршы Пугачев урамын реконструкцияларға ла ниәтләйбеҙ. Был эштәргә Пугачев уранынан алып Б.Хмельничкого, К.Маркс урамдарына тиклем һәм уңға боролоп, бер ҡулсаға индерергә теләйбеҙ. Үтә алырбыҙмы юҡмы, әммә бик теләйбеҙ. Ошо эштәргә барлыҡ аҡсалар федераль бюджеттан бүленә, сараларҙың ниндәй маҡсатта ҡулланылыуын Мәскәүҙән етди тикшерәләр. Мәҫәлән, нисә дана сүп урналары, нисә эскәмйә, хатта күпме яҡтыртҡыс һ.б. ҡуйылыуын. Ҡаланың ҡайһы өлөшөндә ниндәй объектты төҙөкләндерергә ҡала халҡы хәл итә, әлбиттә. Юғарыла атап үткән зоналар ҙа стәрлетамаҡтар тарышлығы менән программаларҙа ҡатнашып еңеү яуланы.

– Рөстәм Дантисович, ни өсөн төҙөкләндереү өсөн тап ошо объекттар һайланды?

– Дөрөҫ һорау! Мәҫәлән, Элеватор урамына килгәндә, ул ер айырым бер ташландыҡ участка кеүек ине. Балалар ҙа ваҡыттарын насар эштәр менән шөғөлләнеп үткәрә ине унда. Ә хәҙер был участка иҫ китмәле йөрөү зонаһына әүерелгән. Унда кесе архитектура формалары, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә тренажерҙар, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары, хатта Интернет та буласаҡ. Дөйөмләп әйткәндә, заманса ял итеү урыны. Төҙөүселәр әйтеүенсә, кешеләр үткән һайын рәхмәт әйтеп китәләр. Башҡарған эшебеҙҙе ошо рәүешле баһлауҙан да яҡшыраҡ нимә бар? Тимәк беҙ дөрөҫ эштәр башҡарабыҙ. Әммә, насар һүҙҙәр әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Бындай күренеш һәр ерҙә лә, һәр эштә лә бар һәм буласаҡ. Быға бик борсолмайбыҙ.

Форсаттан файҙаланып, әйтеп үтәм, әлеге мәлдә 12 июнгә тиклем йәмәғәт киңлектәре буйынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тауыш биреү бара. Унда 14 йәштән һәм унан өлкәндәр ҡатнаша ала. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса ҡала халҡы 2027 йылға таҡ яҡлап Ленин проспектындағы “Мәңгелек ут”тан Волочаевская урамына тиклем зонаны төҙөкләндереүен һайлай ала. Программала ҡатнашыр өсөн 55 мең тауыш йыйырға кәрәк, бөгөнгө көндә 40 мең тирәһе тауыш йыйылған.

– Рөстәм Дантисович, ошондай матурлыҡ булдырыуҙың кире яғы ла барҙыр? Мәҫәлән, вандализм?

– Эйе, вандалдар беҙҙең өсөн бик ауыр тема. Мәҫәлән, Киров паркындағы балалар майҙансығында ҙур уйынсыҡ – экскаватор ҡуйып та өлгөрмәнек, уның сүмесен урлап алып киткәндәр. Уйынсыҡты өлөшһөҙ ултыртып булмай, айырым ғына ла сүмесе һатыуҙа юҡ, тулыһынса экскаватор һатып алырға кәрәк. Тағы ла өҫтәмә сығымдар... Оҙаҡламай видеокүҙәтеү камераларын урынлаштырыу планлаштырыла. Ҡәбәхәттәрҙе табып, яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк.

– Йөкмәткеле һәм ентекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Рөстәм Дантисович. Эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә!

Тағы бер тапҡып шуны билдәләп үтергә кәрәк, быларҙың барыһы ла, әлбиттә, ҡала халҡы, килгән ҡунаҡтар өсөн эшләнә. Ҡала урамдары буйлап йөрөргә уңайлы, шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ ҙә булһын өсөн етәкселек күп көс һала. Ә беҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, әллә ни күп тә эшләргә кәрәк түгел. Ни бары телефон аша ғына ҡаланың ҡайһы биҫтәһен матур килеш күрергә теләүебеҙҙе хәл итергә ҡала. Хөрмәтле стәрлетамаҡтар, әүҙем булығыҙ, ҡатнашығыҙ, барыһы ла һеҙҙең ҡулда.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

– Быйыл йәнә 123 йәмәғәт биләмәһен “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндерәсәкбеҙ. Был проект Рәсәй Президенты ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 123 объекттың 67-һе – беҙҙең ҡалаларҙа, 56-һы – ауылдарҙа. Бөтә проекттарҙы халыҡ онлайн тәртибендә тауыш биреү ярҙамында үҙе һайлаған.

Республика буйлап күп йөрөйөм, ысынлап та, сағыштырырлыҡ күренештәр бар. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ үҙгәрә, яңы парктар, аллеялар, скверҙар барлыҡҡа килә, халҡыбыҙҙың яратҡан ял урындары яңы һулыш ала. Һуңғы биш йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса республикала 683 объектты төҙөкләндерҙек. Проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән ете миллиард һумдың 91 проценты – федераль бюджеттан. Минеңсә, бик шәп һәм лайыҡлы.

Кешеләрҙең йәмәғәт киңлдектәрен төҙөкләндереү буйынса төрлө проекттарҙа ҡатнашыуы һәм еңеүе тағы бер тапҡыр беҙҙең йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән юғары урын биләүебеҙҙе күрһәтә. Проекттарҙа Стәрлетамаҡ халҡының ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был мөһим – биләмәләрҙе төҙөкләндергәндә халыҡтың фекере һәр ваҡыт иҫәпкә алынырға тейеш, тигән принципҡа таянып эш итәбеҙ”, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров проекттар буйынса.

Әлфиә МАНСУРОВА әңгәмәләште.

Ә.МАНСУРОВА фотолары.

ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
ҠАЛАЛА НИНДӘЙ ОБЪЕКТТАР РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНА? УЛАРҘЫҢ ХАҠЫ КҮПМЕ?
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас