

Мутлашыусылар Стәрлетамаҡта йәшәүсе пенсионерҙы 16 миллион һумдан ашыу аҡсаһыҙ ҡалдырған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлегенә 77 йәшлек шәхси эшҡыуар мутлашыу факты тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсе әйтеүенсә, ағымдағы йылдың 1 июненән 9 июнгә тиклем уға мессенджерҙың өй чатында шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр килә. Әңгәмәселәрҙе “идара итеүсе компания хеҙмәткәрҙәре” тип таныштыралар. Енәйәтселәр ҡатынға домофонды алмаштырыу һәм шәхси кабинетҡа инеү өсөн кодтарҙы алмаштырыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Пенсионер ҡатын таныш булмаған шәхестәргә ышана һәм СМС-аша килгән кодты әйтеп бирә.
Бер нисә минуттан башҡа шылтыратыуҙар килә башлай. Был юлы аферисттар “Росфинмониторинг” һәм “федераль именлек хеҙмәте” хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Әңгәмә барышында улар пенсионерҙан һуңғы шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр тураһында ҡыҙыҡһына. Енәйәтселәр: был-мутлашыусылар эше, тип белдерә. Пенсионер ҡатынға аҡса сараһын ашығыс рәүештә шәхси иҫәптән алып, уларҙы “хәүефһеҙ иҫәпкә” һаҡлауға тапшырырға тәҡдим итәләр.
Зыян күреүсе 9 көн дауамында банк терминалынан ҙур суммаларҙы сисеп алып, курьерға тапшыра. Һөҙөмтәлә мутлашыусыларға 16 миллион һумдан ашыу аҡса тапшырылған.
Бер аҙҙан пенсионер ҡатын өҫтәмә сумманы күсереү өсөн банкҡа мөрәжәғәт итә. Хеҙмәткәрҙәр ҙур операциялар башҡарыу тураһында борсолоп, өҫтәмә мәғлүмәт һорай, әммә клиент аҡсаның күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн кәрәклеген аңлата. Улар ҡатынды енәйәтселәр ҡорбаны булыуын аңлатан һәм шулай итеп, тағы ла 9 миллион һумдан ашыу аҡса урлауҙы кисектерә.
Енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре курьерҙарҙың береһенең шәхесен асыҡлаған, ул Өфөлә йәшәүсе 21 йәшлек ир булып сыға. Ҡулға алынған кеше ҡылған енәйәтте тулыһынса таный.
Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы тағы бер тапҡыр иҫкәртә: билдәһеҙ кешеләр шылтыратыуына иғтибарлы булығыҙ. Һеҙгә шылтыратҡан һәр кемгә ышанмағыҙ, айырыуса береһенә лә ағса күсермәгеҙ һәм биреп ебәрмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Әлфиә МАНСУРОВА.
Автор фотоһы.