

Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа «Ленинец», «Советская Башкирия» республика гәзиттәрендә хәбәрсе, бүлек мөдире, Башҡортостан профсоюздары өлкә советында рәйес ярҙамсыһы булып эшләй. 1990 йылдар башында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте һәм президенты матбуғат хеҙмәттәренең беренсе етәксеһе.
1996 йылдан алып «Башинформ» агентлығында эшләй. 2010 йылға тиклем – мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе һәм генераль директор урынбаҫары, 2010 йылдан – баш мөхәррир урынбаҫары. 2019-2020 йылдарҙа – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 2022 йылда «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Алик Шакиров яҙыусы һәм башҡорт теленән руссаға тәржемәсе булараҡ та билдәле. Уның «Мой Кужанак», «Новости — наша профессия», «Прощание смуглянки» китаптары донъя күрҙе, Ғаян Лоҡмановтың «Ҡояш сығыр алдынан» романын рус теленә ауҙарыусы ла ул.
Ил президенты Владимир Путиндың указы менән Алик Шакировҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән исем бирелде. Был абруйлы награданы уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.