

Мин үлмәнем, башҡорттарым!
Мин үлмәнем әле, башҡорттарым,
Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә.
Дауамы мин батыр тамырының
Күрәһегеҙ мине бишектә.
Бер ҡасан да баш эймәнем ятҡа,
Баш эймәнем хатта батшаға.
Ауһам - ауҙым һуғыш яланында,
Эләкмәне Урал дошманға.
Мин үлмәнем әле, меңәр йыллап
Асылмаған тарих барында.
Теҙ сүгергә әле ашыҡмағыҙ,
Мин тулайым бөгөн ҡарында.
Тағы тыуыр Салауаттар барҙа,
Осар юлҡайҙарың быуылмаҫ.
Бөркөттәрең ирек аулағанда
Тамырҙарың, Башҡорт, ҡоромаҫ.
Салауат Юлай улы.