

Күптән түгел Ватан яугирҙары комитеты һәм Стәрлетамаҡ махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы активы МХОла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындары, йәмәғәт ойошмалары, ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының эшсе йәштәре һәм ирекмәндәр менән берлектә «Баҡса-быуындар бәйләнеше» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә аллея ултыртты.
30 груша һәм алма ағасы үҫентеләре ватандаштарыбыҙҙың – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы хаҡында иҫкә төшөрәсәк. Аллея Стәрле йылғаһы буйында урынлашты.
“Баҡса – быуындар бәйләнеше” акцияһы “Баҡсалар ултыртабыҙ – Еңеүҙе яҡынайтабыҙ!” девизы аҫтында үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы буйынса һәләк булған ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре ойошмаһы менән берлектә “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Ултыртҡан үҫентеләр шаулап үҫеп китһен! Әлеге йәштәр "Был ағастарҙы беҙ ултыртҡан инек." - тип ғорурланып үтер. Ҡалабыҙ гөл-сәсәкәгә, йәшеллеккә күмелһен һәм, иң мөһиме, донъялар тыныс булһын!
Гүзәл РӘМИЕВА.
Автор фотолары.