Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Июня , 06:00

ХӘЛӘЛ – ТИРӘ-ЯҠТАҒЫЛАРҒА ҠАРАТА МӨНӘСӘБӘТЕБЕҘ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ҺӘМ ҒӘҘЕЛЛЕК

Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы матур ғаилә байрамында көтөп ҡалабыҙ. Унда теләгән һәр кем үҙе өсөн теле йәки был өлкәлә һабаҡ алыр, борсоған һорауҙарына яуап табыр, дингә баҫырға ниәтләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ислам ҡанундарын аса аласаҡ. Ғаиләләрегеҙ менән килегеҙ, күңелдәрегеҙгә рәхәтлек алығыҙ, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтығыҙ.

ХӘЛӘЛ – ТИРӘ-ЯҠТАҒЫЛАРҒА ҠАРАТА МӨНӘСӘБӘТЕБЕҘ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ҺӘМ ҒӘҘЕЛЛЕКХӘЛӘЛ – ТИРӘ-ЯҠТАҒЫЛАРҒА ҠАРАТА МӨНӘСӘБӘТЕБЕҘ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ҺӘМ ҒӘҘЕЛЛЕК
ХӘЛӘЛ – ТИРӘ-ЯҠТАҒЫЛАРҒА ҠАРАТА МӨНӘСӘБӘТЕБЕҘ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ҺӘМ ҒӘҘЕЛЛЕК

Күптән түгел, ағымдағы йылда икенсе тапҡыр үткәреләсәк Хәләл-Фест буйынса ҡалабыҙҙың Мөхәммәтсәлим мәсетендә матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Фестивалдең ойоштороусылары булып, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, Мөхәммәтсәлим мәсете, шулай уҡ бағыусылар менән парнерҙар тора.

– Сара Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтәсәк ике көнгә бүленгән. 19 июндә 16:00 сәғәттә кәсепселәр һәм гастрозона, балалар майҙансығы эшләйәсәк. Ә 20 июндә 10:00 сәғәттә сара рәсми рәүештә асыла. Ни өсөн ике көнгә тигәндә, ҡайһы саҡ кешеләр ҡалала теге йәки был сара уҙғарылыуын белмәй ҙә ҡала. Һәм беҙ беренсе көндө кешеләр килеп күреп, бер-береһенә хәбәр итһен өсөн уҙғарырға тигән фекергә килдек, – тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығының бизнес һәм ышҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Айнур Юнысов матбуғат конференцияһын асып.

Айнур Наил улы билдәләүенсә, былтыр фестивалде уҙғарырға Мөхәммәтсәлим мәсете инициатива белдерә һәм ҡала етәкселеге тәҡдимде күтәреп алып, уны уҙғарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

–Дөрөҫөн генә әйткәндә, фестивалде үткәреү буйынса ҡайһы еренән тотоп, нисек уҙғарырға белмәнек, сөнки беҙҙең өсөн был яңы байрам. Кешеләр ҙә килмәҫ тип уйлағайныҡ. Һуңынан сара тамамланғас унда яҡынса 9 мең кеше булыуы билдәле булды. Үткәрҙек, ҡала халҡы ыңғай яҡтан баһаланы һәм рәхмәт белдерҙе, концертһыҙ, йыр-бейеүһеҙ сара кешеләр күңеленә хуш килде. Һәм ағымдағы йылда беҙ фестивалде дауам итергә ҡарар иттек. Сөнки, тәү сиратта, был байрам ғаилә ҡиммәттәре, татыулыҡ, дуҫлыҡ тураһында. Башҡортостанда ла БР Башлығы иғлан итеүенсә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы билдәләнә, бик тә символик булып торасаҡ, – тине Айнур Наил улы.

Ағымдағы йылда ла ҙур һорау менән файҙаланған кәсепселәр зонаһы эшләйәсәк, гарстрозона. Һәм зоналар буйынса яңылыҡ индерелгән – унда ҡатын-ҡыҙлыҡ һәм әсәлек зонаһында (ул ҡала мәҙәниәт йорто эсендә урынлашасаҡ) матурлыҡ зоналары эшләйәсәк, килеүселәрҙе табиптар ҡабул итәсәк. Ислам модаһын күрһәтеү, башҡа милләт костюмдарын күрһәтеү менән тулыландырыласаҡ, шулай уҡ йәштәр һәм балалар, спорт, эшлекле һәм башҡа зоналар эшләйәсәк. Майҙан уртаһына башҡорт тирмәһе ҡуйыласаҡ.

Быйыл эшлекле майҙансыҡ ҙурыраҡ буласаҡ, унда БР мосолмандарының Диниә назараты, СБЕР (Һаҡлыҡ банкы), шулай уҡ хәләл аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе башҡа финанс ойошмаларҙың ҡатнашыуы күҙ уңында тотола. Сараның төп көнөндә, йәғни 20 июндә, бөтә республика буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн Ғаилә уйындары ойошторола. Шулай уҡ быйыл бөтә республиканың имам-хатибтары, әйткәндәй, уларҙың үҙ программаһы һәм айырым майҙансығы буласаҡ, көньяҡ район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, республика Хөкүмәте ағазалары ла, ислам динен тотҡан төрлө милләт вәкилдәре һ.б. саҡырылған фестивалгә. Шулай уҡ, ҡунаҡтар бушлай былауҙан ауыҙ итә аласаҡ. Дөйөмләп әйткәндә, ҡала халҡын уңайлы ғаилә байрамы көтә.

Сарала ҡатнашырға теләгән үҙ продукцияһын етештергән эшҡыуарҙар һаны 100ҙән ашып киткән, хатта Татарстан Республикаһынан да килергә ниәтләйҙәр. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, сара тулыһынса бағыусылар һәм партнерҙар ярҙамында бойомға ашырыла, ә бюджет аҡсаһына түгел. Һәм фестивалдә йыйылған аҡса саралары махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Уҙған йыл йыйылған аҡсаға егеттәребеҙ өсөн яуҙа кәрәк-яраҡ һатып алып ебәргәндәр. Быйыл да, саралар шулай уҡ МХОға йүнәлтеләсәк.

Ойоштороусылар ҡалабыҙҙағы “Виктория” балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен дә фестивалгә саҡырырға ниәтләйҙәр, улар әйтеүенсә, балаларҙы яңыраҡ үткән Ҡорбан-байрамына ла саҡырғандар.

Рөстәм хәҙрәт билдәләүенсә, хәләл - ул күптәр уйлағанса аҙыҡ-түлек кенә түгел, ул дөйөм алғанда йәшәү рәүеше, ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ, был эштәрҙә, һүҙҙәрҙә сағылыш таба, һәм беҙҙең бурыс, шул иҫәптән, әлеге фестиваль менән нимә булырға тейешлеген күрһәтеү. Һәр кем үҙ һүҙенә тоғро булырға тейеш. Был принциптар бөтә халыҡтар һәм диндәр өсөн берҙәй мөһим.

Осрашыу барышында бер нисә тапҡыр Хәләл-Фестың мосолмандар өсөн генә түгеллеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды: унда һәр милләт кешеһе һәм төрлө дин вәкиленә шат буласаҡтар, бөтә майҙансыҡтар ҙа барыһына ла асыҡ булыр. Беҙ күп милләтле илдә, республикала һәм ҡалала йәшәйбеҙ, һәм яҡшы күршелек, бер-беребеҙҙең диненә, теленә һәм мәҙәниәтенә хөрмәт нормаға әүерелде. Бындай саралар беҙҙе берләштерә һәм байыта ғына.

Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы матур ғаилә байрамында көтөп ҡалабыҙ. Унда теләгән һәр кем үҙе өсөн теле йәки был өлкәлә һабаҡ алыр, борсоған һорауҙарына яуап табыр, дингә баҫырға ниәтләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ислам ҡанундарын аса аласаҡ. Ғаиләләрегеҙ менән килегеҙ, күңелдәрегеҙгә рәхәтлек алығыҙ, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтығыҙ.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас