Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Июня , 09:02

Илһөйәрлек шулай башлана

Башланған эш – бөткән эш тигәндәй ағас ултыртып, ҡалабыҙҙы биҙәүгә өлөш индереү дауамлы булһын!

Илһөйәрлек шулай башланаИлһөйәрлек шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана

11-се мәктәп ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә ағас ултырттылар. Был акцияны мәктәптең ата-әсәләр комитетынан Ирина Рябцева күтәреп сыҡҡан. Шулай уҡ мәктәптең 8-п класс уҡыусылары  класс етәкселәре Ирина Гордеева менән килгәндәр.

Мәктәп менән хеҙмәттәшлек итеүсе ҡалабыҙҙың махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәренә айырыуса ҙур рәхмәт! Бигерәк тә әле отпускыға ҡайтҡан Кирилл Третьяков (“беда” ҡушаматлы) ҡыҫҡа ял тип тормай, ихласлап ағас ултыртты, йәш быуын менән аралашты. Йәш тигәндән, уның үҙенә лә әле нибары 21 йәш! Шуға ҡарамаҫтан, батырҙарса алыша, ата булып та өлгөргән үҙе. Кирилл Ишембай районының Петровский балалар йортонда тәрбиәләнгән. Уның менән хушлашҡанда күҙҙәргә йәш тулды. Иҫән генә әйләнеп ҡайтырға яҙһыҙ инде үҙе яу яланында иптәштәренә медицина ярҙамы күрһәтеүсе егеткә!

Әйткәндәй, ағас үҫентеләрен “Выбор” компанияһы һәм ата-әсәләр килтергән. Был ағастарҙың ергә берегеп китеренә ышанаһы килә. Сөнки изге ниәт менән башҡарылған эш һөҙөмтәле була бит ул. Иң мөһиме, ирекмәндәрҙең тырышлығы бушҡа түгел. Шуларҙың береһе Глеб Рябцев Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Выбор” идара итеүсе компанияһы етәксеһе Мәҙихәт Зарипов белдереүенсә, быйыл улар беренсе тапҡыр үҫентеләр менән ярҙам иткәндәр.

Башланған эш – бөткән эш тигәндәй ағас ултыртып, ҡалабыҙҙы биҙәүгә өлөш индереү дауамлы булһын!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары.

 

Һүҙ акцияла ҡатнашыусыларға:

Кирилл ТРЕТЬЯКОВ, махсус хәрби операция яугиры:

– Ял мәлендә күберәк аралашып ҡалырға тырышам. Әммә МХО биләмәһенә барырға ла ашығам, сөнки унда мине иптәштәрем көтә, нәҡ әлеге мәлдә кемгәлер медицина ярҙамы кәрәк...

Был ағастар үҫеп китеп, акцияла ҡатнашыусылар менән имен генә булып, еңеү килгәс тағы күрешеп, тағы ағастар ултыртырбыҙ әле, бирһен Хоҙай!

Нелля ВОЙНОВА, ирекмән, күп балалы әсә:

 – Тормош иптәшем яугир ине,  махсус хәрби операцияла һәләк булды.

“Прорыв” фонды, “За Русь святую”, “Русская община”, “ЗОВ сердца”, “Свеча победы” ойошмалары ирекмәндәр төркөмдәре менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итәбеҙ. Ирекмән булараҡ   бергә ЛБС-та булған һаҡсыларыбыҙ өсөн гуманитар йөк әҙерләп ебәрәбеҙ. Һәр акцияла балалаларым менән теләп ҡатнашам. Яугирҙар, уларҙың ғаиләләре бергә булыуы йәшәргә көс бирә!

Илһөйәрлек шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас