

Өфөлә бер нисә байрам майҙансығында республиканың медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр араһында — Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре.
“Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған табибы” маҡтаулы исеме:
— баш табип урынбаҫары Ғәскәров Илшат Рим улына;
— анестезиология-реанимация бүлеге мөдире Ковач Татьяна Евгеньевнаға;
— табип-рентгенолог Байгөбәков Ямал Яппар улына;
— табип-терапевт Червякова Лилиә Александровнаға бирелде.
“Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән:
— өлкән шәфҡәт туташы Антонова Юлия Викторовна;
— табип-анестезиолог-реаниматолог Ларионова Юлианна Николаевна;
— функциональ диагностика табибы Сидрачева Ирина Демидовна билдәләнде.
“Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеменә психотерапия бүлеге мөдире Халиҡова Лилиә Талип ҡыҙы лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай стеналарынан Уҫылыбаш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Емельянова Вера Николаевнаға айырым рәхмәт белдерелде.
Ә.МАНСУРОВА.