

Республикала һыуҙа ике фажиғә теркәлгән. Дүртөйлө районының Күсергес ауылы янында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты водолаздары Ағиҙел йылғаһынан 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын йыһазландырылмаған пляжда ял иткән һәм һауаға тултырылған кәмәлә йөрөгән. Улар кәмәгә идара итә алмай һәм кәмә түңкәрелә. Ҡатын ҡотҡарыу жилеты ярҙамында иҫән ҡала. Ир батып һәләк була: кәмәлә жилеттар булған, әммә ир уларҙан файҙаланып өлгөрмәй.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында кешеләр Һаҡмар йылғаһында 8 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡан. Бала өлкәндәр ҡарауынан тыш йыһазландырылмаған урында һыу ингән.
Ике осраҡтың да сәбәптәрен тәфтиш органдары һәм полиция асыҡлай.
Йыл башынан алып Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 31 кеше һәләк булған, уларҙың дүртеһе — балалар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: һаҡһыҙлыҡ хаҡы — кеше ғүмере. Рәсми йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. Кәмәлә булғанда ярҙан киткәнсе ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ. Бер ҡасан да балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса.
Фото: Артур Арыҫланов.