

«Баймаҡ, Дыуан, Дүртөйлө, Шишмә райондарында дүрт ғаилә ҡот осҡос ҡайғы кисерҙе, иң ҡәҙерле кешеләрен — балаларын юғалтты. Бөтә фажиғәләр ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыҡты», — тип яҙа Радий Хәбиров МАКС-тағы мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика етәксеһе халыҡты йылға-күлдәрҙә ял иткәндә айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Ул Башҡортостанда хәүефһеҙ, яҡшы йыһазландырылған пляждар күп булыуын билдәләне.
«Башҡортостанда хәүефһеҙ һыуҙа ял итеү урындары һаны арта бара. Быйыл уларҙың 392 һәм тағы ла булдырыласаҡ. 197 махсус йыһазландырылған пляж асылды. Уларҙың күбеһе беҙҙең матур, туристарҙы ылыҡтырған Нуриман (20) һәм Мәләүез (16) райондарында урынлашҡан. Шуларҙы һайлағыҙ. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ», — тине Радий Хәбиров.