Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
30 Июня , 04:52

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам системаһы камиллаша

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам системаһы камиллаша. «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының республика филиалы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеүен дауам итә. Ойошма етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина республика Башлығы Радий Хәбировтың Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәһендә был йүнәлештәге эш барышы менән таныштырҙы.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам системаһы камиллашаБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам системаһы камиллаша
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам системаһы камиллаша

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 2023 йылдың апрелендә булдырылды. Ә 1 июндә фондтың филиалдары илдең бөтә төбәктәрендә лә эшләй башланы.

Фондтың мөһим бурыстарының береһе – МХО ветерандарын дәүләт исемлегенә инмәгән юғары технологиялы реабилитация саралары менән тәьмин итеү, шулай уҡ торлаҡты инвалидтарҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырыу.

– Техник реабилитация саралары яугирҙарға әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, эшләргә һәм хеҙмәттәрен дауам итергә ярҙам итә, – тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд хоҡуҡи ярҙамға ҙур иғтибар бүлә. Алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн «Юридик десант» проекты ойошторола.

Спорт социаль адаптацияның төп йүнәлештәре иҫәбендә ҡала. Бөгөн адаптив дисциплиналар менән 500-гә яҡын махсус хәрби операция ветераны шөғөлләнә. 2025 йылда республикала улар ҡатнашлығында 900-ҙән ашыу ярыш һәм спорт акциялары ойошторолған.

Башҡортостанда фондтың йәмәғәт проекттары ла әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, 2026 йылдың мартында Өфө «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йөрәге» беренсе округ фестивален ҡабул итте. Ул Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 160 яугир әсәһен һәм ҡатынын берләштерҙе.

– Уҙған өс йылда беҙ власть органдары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эштең һөҙөмтәле системаһын төҙөнөк, хеҙмәттәшлек тураһында 150-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тиҙ арала хәл итергә, яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә, – тип йомғаҡ яһаны Гөлнур Ҡолһарина.

 

https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostanda-mahsus-hrbi-operaciyala-atnashyusylara-m-ulary-aillren-yaram-sistemay-kamillasha/

 

Автор:
Читайте нас