

Уҡытыусылар коллективында әүҙем генә бер нисә кеше ошо фекерҙе күтәреп алғас, еңеп сығабыҙ уны тип ҡанатландырғас, команданың шәп икәнен белгәс, “күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй” тип, эште башланыҡ. Ҡоролтайға рәхмәт, беҙҙең был башланғысты һүндермәй, күтәреп алды. Бик күптәр көс һалды был эшкә: кемдер бүләктәр эҙләне (ә бит улар зауыҡлы ла, мәғәнәле лә булырға тейеш), кемдер аҡса йыйҙы, кемдер плакатҡа эскиз эшләһә, ә кемдәрҙер уны профессиональ кимәлдә матурлап, баҫтырып бирҙе, өсөнсөләр бағыусылар эҙләне. Бағыусылар тигәндән, тик уларҙың ярҙамы арҡаһында конференция юғары кимәлдә үтте.
Беренсенән, иркен бина бирелде, театр-концерт берләшмәһе етәкселегенә рәхмәт. Сараны алып барыусы Артур Ишмөхәмәтов сценарийға ла, уҡытыусылар хорына ла ярҙам итте, режиссер булараҡ та эшләне. Ғөмүмән, улар тотош ғаиләһе менән ярҙам итте – төп бағыусыларҙың береһе булдылар.
Халыҡтың битараф булмауына инандыҡ. Мәҫәлән, ҡәҙимге бер ғаилә, ошо сара тураһында ишеткәс, 50 мең һум аҡса килтереп бирҙе. Баннер эшләүсе компания хужаһы, баннерҙың нимәгә кәрәк икәнен белгәс, хаҡ түләтмәне. “Минең балалар урыҫ булһалар ҙа, башҡорт телен уҡый” тип, бушҡа эшләтеп бирҙе.
Сараның мөһимлеге нимәлә һуң, беҙ бының менән нимәгә ынтылдыҡ? Беренсенән, ҡала мөхитендә үҫкән балаларға телде өйрәнеү ауыр бирелә, әммә улар тырышып туған телдә аралаша, ошо балаларҙы тәбрикләп, күңелдәрен үҫтерергә кәрәк ине.
Икенсенән, башҡа уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе дәртләндереп ебәрергә, телгә ҡарата иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Өсөнсөнән, телде белгән төрлө мәктәп балалары бер-береһе менән танышһын, аралашып йәшәһен, дуҫлашһын. Дүртенсенән, башҡорттар ошо сарала берләшеп, бер ғаилә булып, дөйөм эш башҡарһындар, ҡаланың төрлө яғында йәшәгәндәр бер-береһен күрһен, файҙалы аралашыу, танышлыҡтар барлыҡҡа килһен тигән теләк бар ине. Был маҡсаттарға өлөшләтә ирештек, әлбиттә.
Унан, арабыҙҙа бит эшҡыуарҙар бар, беҙ барыһын да белеп етмәйбеҙ, әгәр уларға ла өндәшһәк, ярҙам итергә теләүселәр күберәк булыр ине, тип уйлайым. Улай ғына ла түгел, үҙҙәренең махсус приздарын булдырҙылар: башҡортса сигелгән бейсболка, түбәтәй, милли биҙәүестәр эшләп бирҙеләр. Урал аръяғынан, Сибай һынлы Сибайҙан, Өфөнән дә ярҙам итеүселәр булды.
Сәмләнеп башланған эш ҙур бер сараға әйләнде. Ата-әсәләрҙән бихисап рәхмәттәр ишеттек. Уҡытыусылар: балалар алдағы уҡыу йылына конкурстарға ятларға шиғыр бирегеҙ”, “Мин “Урал батыр” эпосын ятлай башлайым әле”, “Мин ошо тема буйынса тикшереү эше яҙһам, минең етәксем булаһығыҙмы, мин уны атайым менән яҙам” тип, арттан йүгереп йөрөй, тине. Тимәк, сараның киләсәге өмөтлө, тип уйлайым.
Ата-әсәләр ҡоро конференцияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йыл һайын үткәрелер, тигән өмөттә ҡала Стәрлетамаҡ йәмәғәтселеге.
Зөбәржәт ХАФИЗОВА,
ҡала мәғариф бүлеге методисы.