Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Июля , 08:03

Башҡортостанда балалар өсөн йәйҙең туғыҙ төп хәүефе

Ҡотҡарыусылар һәм табиптар менән берлектә был миҙгелдең иң ҙур хәүефтәрен тикшерәбеҙ. Был хаҡта барыһы ла белә кеүек, әммә йыш ҡына уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдыралар.

Башҡортостанда балалар өсөн йәйҙең туғыҙ төп хәүефеБашҡортостанда балалар өсөн йәйҙең туғыҙ төп хәүефе
Башҡортостанда балалар өсөн йәйҙең туғыҙ төп хәүефе

Ҡотҡарыусылар һәм табиптар менән берлектә был миҙгелдең иң ҙур хәүефтәрен тикшерәбеҙ. Был хаҡта барыһы ла белә кеүек, әммә йыш ҡына уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдыралар.

  1. Асыҡ тәҙрә

Йыл һайын, эҫе көндәр башланыу менән, тәҙрәләрҙән бәләкәй балалар ҡолай. Күп кенә ата-әсә ваҡытында күреп өлгөрөрмөн йәки сабыйҙы москит селтәр һаҡлай тип уйлай, әммә был дөрөҫ түгел. Сетка бер йәшлек сабыйҙың ауырлығына ла сыҙамай.

Бүлмәлә бәләкәй бала булһа, бер ҡасан да тәҙрәләрҙе тулыһынса асмағыҙ. Тик вертикаль елләтеү режимын ғына ҡулланығыҙ. Иң яҡшы ысул – махсус йоҙаҡ-блокаторҙар ҡуйыу. Улар бик арзан тора, әммә тәҙрәне тулыһынса асыуҙан һаҡлай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бүлмәнән бер секундҡа сығыу ҙа төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғәгә килтереүе ихтимал.

  1. Ут

Балаларҙың шырпы менән ҡыҙыҡһыныуы –­ ҡурҡыныс шөғөл, быны барыһы ла белә. Шулай уҡ йыш ҡына шәхси йорттарҙа һәм фатирҙарҙа янғындың сәбәбе булып ҡарауһыҙ ҡалдырылған телефон зарядкаһы йәки боҙолған розетка тора.

Башҡортостанда күп балалы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға һәм башҡа льготалы категория кешеләренә янғын тураһында иҫкәртеү ҡорамалдары бушлай бирелә. Бәләкәй генә ҡорамал республикала меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарған: ул төтөнгә көслө тауыш менән яуап бирә һәм хатта йоҡлап ятҡандарҙы ла уята.

  1. Эҫе ҡояш

Беҙҙең Урал ҡояшы алдаҡсы: ныҡ ҡыҙҙырмай ҙа кеүек, ә баланы ҡапыл эҫе һуғыуы ихтимал. Айырыуса ябыҡ машиналар хәүефле: салон эсендә, хатта тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырһаң да, температура ун минут эсендә үлемесле кимәлгәсә күтәрелеүе бар. Бер ҡасан да баланы автомобилдә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, хатта «бер минутҡа» ла. Урамда йөрөгәндә бала мотлаҡ панама йәки эшләпә кейһен, уның өсөн һәйбәт тын алған кейем һайлағыҙ һәм үҙегеҙ менән һыу шешәһе алығыҙ. Ҡояш иң агрессив булған саҡта – 12 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем – йөрөүҙән һаҡланығыҙ.

Эҫе һуғыуҙың тәүге билдәләре – хәлһеҙлек, бит-йөҙҙөң ҡыҙарыуы, күңел болғаныуы, тир булмауы. Ҡояш һуғыу шиге осрағында баланы шунда уҡ күләгәле урынға алып китегеҙ, тәнен һыуыҡ һыу менән сылатығыҙ һәм ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.

  1. Урман янғыны

Ун урман янғынының туғыҙы кеше ғәйебе арҡаһында сыға. Ҡалдырылған тәмәке, һүндерелмәгән усаҡ йәки үҫмерҙәрҙең шаярыуы гектар-гектар урманды юҡ итә һәм ауыл-ҡасабаларға күсә ала. Балаларға ҡоро, елле һауа торошонда хатта бәләкәй генә ялҡындың да идараһыҙ ут дәһшәтенә әйләнеү ихтималлығын аңлатығыҙ.

Балаларға (һәм өлкәндәргә лә) шуны белеү бик мөһим: әгәр урманда янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, үҙегеҙ һүндерергә тырышмағыҙ. Шунда уҡ 112 һандарына шылтыратығыҙ, яҡындағы ауыл йәки ҡасабаны атағыҙ һәм ут таралған урындан перпендикуляр йүнәлештә йүгерегеҙ.

  1. Ҡуйы урман

Башҡортостан урмандары ҡуйы һәм мәкерле – йыл һайын уларҙа бәшмәк йыйыу менән мауығып киткән тиҫтәләгән балалар һәм өлкәндәр юғала. Урманға бер сәғәткә генә барһағыҙ ҙа, бәшмәкселәр «законын» үтәгеҙ: сағыу кейем (ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары) кейегеҙ, мотлаҡ үҙегеҙ менән тулы зарядлы телефон, һыҙғыртҡыс һәм һыу алығыҙ. Яҡындарығыҙға теүәл маршрутты һәм ҡайтыу ваҡытын хәбәр итегеҙ. Балаға төп ҡағиҙәне аңлатығыҙ: әгәр аҙашыуыңды аңлаһаң, туҡта, паникаға бирелмә һәм баш һуҡҡан яҡҡа табан атлама. 112 номерына шылтыратып, эргәңдәге ориентирҙы (электр линияһы, шишмә) әйт һәм ярҙам көт. Һыҙғыртҡыстың тауышы ҡысҡырыуға ҡарағанда күпкә алыҫыраҡ ишетелә. Һәм иң мөһиме – бер ҡасан да урманға яңғыҙ барма.  

  1. Көслө ағым [инфографика – һыуға батып барыусыны нисек ҡотҡарырға]

Күптәр балаларҙың һыуға батыуын фильмдарҙа күрһәтелгәнсә күҙ алдына килтерә: ул ҡысҡыра һәм ҡулдарын болғай. Ысынбарлыҡ икенсе һәм аяуһыҙ: балалар өнһөҙ-тынһыҙ ғына батып үлә. Уларҙың, һыу өҫтөнә ҡалҡынып, ярҙам саҡырырға хәле етмәй, сөнки шунда уҡ һыу йоталар. Шуға күрә хәүефһеҙлектең нигеҙе – ҡотҡарыусылар дежур иткән, һыу ятҡылығының төбө тикшерелгән, йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инеү. Балаларҙы һыу буйына яңғыҙ ебәрмәгеҙ, хатта улар «кисеп кенә йөрөйбөҙ» тиһә лә. Һауа тултырылған ҡулса йәки матрас ҡотҡарыу сараһы түгел, йыш ҡына ағым уларҙы ярҙан алыҫ алып китә. Балағыҙҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, телефонға әүрәмәгеҙ.

  1. Талпандар

Башҡортостан талпан энцефалиты һәм боррелиоз буйынса хәүеф зонаһына инә. Шуға күрә, әгәр тәнегеҙҙә ҡанэскес бөжәк тапһағыҙ, уны еп йәки махсус лассо-тотҡа менән мөмкин тиклем төптәнерәк тотоғоҙ һәм әйләндереүсе хәрәкәттәр менән сығарығыҙ. Яраны дезинфекциялағыҙ, ә бөжәкте мотлаҡ банкаға һалып, лабораторияға анализға алып барығыҙ. Был бик мөһим: төбәктәге күп кенә талпандар зарарлы. Ваҡытында дауалау ғүмерегеҙҙе ҡотҡарасаҡ.

  1. Питбайктар һәм самокаттар

2026 йыл үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һаны буйынса әле үк рекорд ҡуя. Питбайк – ауыл юлдарында йөрөп, күңел асыу ҡорамалы түгел, ә етди техника. Закон буйынса, 16 йәшкә тиклемге балаларға, бигерәк тә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, уларҙа йөрөргә ярамай. Әммә көн һайын тиерлек ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлдарҙа питбайкта йөрөгән үҫмерҙәрҙе туҡтата.

Быйылғы йылдың айырым темаһы – электр самокаттары. Ҡағиҙәләр бер: 18 йәшкә тиклем уларҙа йөрөргә ярамай, ике кешегә бергә йөрөү тыйыла, әммә балалар был ҡағиҙәләрҙе һанламай. Шуға күрә аҙна һайын самокаттағы үҫмерҙәрҙең машина тәгәрмәсе аҫтына эләгеүе йәки башҡа кешеләрҙе бәрҙереүе тураһында ҡайғылы хәбәрҙәр уҡырға тура килә.

  1. Эш тәҡдим итеүселәр

Дуҫ булмаған илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм вербовкалаусылар үҫмерҙәргә еңел эш хаҡы тәҡдим итеп, йыш ҡына уларҙың башын әйләндерә. Башта ниндәйҙер төргәк тапшырыуҙы, ә һуңынан тимер юлдағы реле шкафын йәки хәрби комиссариатты яндырыуҙы һорайҙар. Һөҙөмтәләре фажиғәле: быларҙың барыһы ла диверсия һәм терроризм тип баһалана һәм балалар 20 йылғаса төрмәгә ябыла. Үҫмерҙәр менән һөйләшегеҙ: әгәр сит кеше сәйер ғәмәлдәр өсөн ҙур эш хаҡы тәҡдим итә икән, ул – провокатор. Еңел табыш эҙләп, яҙмышығыҙҙы юҡҡа сығарып ҡуймағыҙ.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас