

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Иван Грибов Рәсәй Президентының 2026 йылдың 28 июнендәге указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләнде.
– Иван Владимирович – тәжрибәле һәм компетентлы етәксе. Уның етәкселегендә республика прокуратураһы яңы уңыштарға өлгәшер, тип иҫәпләйем. Ведомство башлығы алдында торған төп бурыс – коллективтың эшен һәм власть органдарының халыҡ менән үҙ-ара эшен ойоштороу. Дөйөм алғанда, барлыҡ сараларыбыҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк, – тип билдәләне Николай Шишкин.
Республика Башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.
– Башҡортостан – күп милләтле ҙур төбәк. Алда бурыстар күп, уларҙың иң мөһиме – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Бынан тыш, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло эшләүе өсөн бар көсөбөҙҙө йүнәлтәбеҙ, милли проекттарҙы һәм башҡа федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Бының өсөн артабан да һәр яуаплы участкала законлылыҡты тәьмин итергә кәрәк. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – граждандарыбыҙ иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараһын өсөн, уларҙың социаль тотороҡлоғон һәм тыныслығын һаҡлауға булышлыҡ итеү.
***
Радий Хәбиров шулай уҡ ведомствоның яңы етәксеһен тәғәйенләү уңайынан Башҡортостан прокуратураһы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин Иван Грибовты коллектив менән таныштырҙы һәм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
Башҡортостан прокуроры үҙ сиратында республика менән үҙ-ара һөҙөмтәле эшкә һәм ведомство алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итеүгә ҡарата ышанысын белдерҙе.
Белешмә:
Иван Владимирович Грибов 1975 йылдың 22 июнендә Мари АССР-ында тыуған. Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһын тамамлаған.
1997 йылдан прокуратура органдарында эшләй. Тәфтишсе, Пенза ҡалаһы Первомайский районы прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, Пенза өлкәһе прокуратураһы тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе, Пенза өлкәһе Мокшанский районы прокуроры урынбаҫары, Пенза өлкәһе Башмаковский районы прокуроры, Пенза өлкәһе Пенза районы прокуроры, Пенза өлкәһе прокуроры урынбаҫары, Удмурт Республикаһы прокурорының беренсе урынбаҫары, Псков өлкәһе прокуроры, Владимир өлкәһе прокуроры вазифаларын биләй.
«II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының Почетлы хеҙмәткәре», «Бик яҡшы хеҙмәте өсөн» билдәләре менән бүләкләнгән. Юридик фәндәр кандидаты. 2-се класлы дәүләт юстиция советнигы.