

Көн элгәре патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ урамдарын урап үткәндә уларҙың иғтибарын йәлеп иткән гражданды туҡтатҡан. Быға тиклем енәйәт яуаплылығына тарттырылған 25 йәшлек ҡатын ҡулға алынған.
Шәхси тикшереү ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙан 0,5 грамм самаһы ауырлыҡтағы полимер пакет тартып алына. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тартып алынған матдә наркотик булып сыға.
Суд барышында ҡатын тыйылған матдәне шәхси ҡулланыу маҡсатында һатып алыуын аңлата.
Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (законһыҙ рәүештә наркотиктар һатып алыу, һаҡлау, ташыу, әҙерләү, эшкәртеү).
Статья санкцияһы 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.