Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Июль , 06:28

Башҡортостан граждандары юғары наградалар менән бүләкләнә

Владимир Путин Башҡортостан граждандарын юғары наградалар менән бүләкләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан граждандары юғары наградалар менән бүләкләнәБашҡортостан граждандары юғары наградалар менән бүләкләнә
Башҡортостан граждандары юғары наградалар менән бүләкләнә

Владимир Путин Башҡортостан граждандарын юғары наградалар менән бүләкләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Елена һәм Николай Матвеевтар ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн — «Ата-әсәлек даны» ордены менән.

Өфө фән һәм технологиялар университеты факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина һәм физика-техник институтының кафедра мөдире Рим Вәлиуллин квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге уңыштары, ғилми‑педагогик эштәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн — II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән.

Республиканың Рус академия драма театры артисы Ирина Агашкова‑Кореневаға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Нәйлә Йосопова һәм Рус драма театрының художество етәксеһе Елена Кондояниди лайыҡ булды. 👏

Афарин! Ҡотлайбыҙ! ✅

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Фото: Вести.ру.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас