Ашҡаҙар
+18 °С
Дождь
Йәмғиәт
14 Июля , 09:32

Ишембайҙа балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә

Унда фасадын һәм ҡыйығын тәртипкә килтерәсәктәр, эске инженер һәм электр селтәрҙәрен яңыртасаҡтар, янғын тураһында хәбәр итеү системаһын яңыртасаҡтар һәм биналарҙа биҙәкләү эштәрен башҡарасаҡтар.

Ишембайҙа балалар баҡсаһы төҙөкләндереләИшембайҙа балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә
Ишембайҙа балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә

Ишембай ҡалаһындағы 32-се “Һыуһылыуҡай” балалар баҡсаһын “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проекты буйынса ремонтлайҙар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.

Уның фасадын һәм ҡыйығын тәртипкә килтерәсәктәр, эске инженер һәм электр селтәрҙәрен яңыртасаҡтар, янғын тураһында хәбәр итеү системаһын яңыртасаҡтар һәм биналарҙа биҙәкләү эштәрен башҡарасаҡтар. Шулай уҡ эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.

Шуның менән бергә Ағиҙелдә тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын ремонтлайҙар. Һүҙ 5-се балалар баҡсаһы хаҡында бара. Уны яңыртасаҡтар, был тәрбиәләнеүселәргә уңайлыраҡ шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

“Ғаилә” милли проекты балалы ата-әсәләргә ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм унан һуңғы сабыйҙар өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырыла. Бөтә илдә әүҙем оҙон ғүмер тәжрибәләре тормошҡа ашырыла. “Пушкин картаһы” программаһы үҙ эшен дауам итә, ул 14-22 йәшкә тиклем ҡыҙ һәм егеттәргә  музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек бирә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ - Башҡортостан гәзите.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас