

“Кәкүк сәйе” – йылдың уңышлы килеүен теләп үткәрелгән башҡорттарҙың боронғо йола байрамы ул. Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – “Кәкүк сәйе” йолаһы үткәрелгән.
Был йола борондан “кәкүк айында”, йәғни апрель аҙағынан июнь бөткәнсе, ер ҡарҙан әрселеп бөтөп, бар донъя йәшеллеккә күмелеп, төрлө тарафтарҙан кәкүк тауыштары ишетелеп торған мәлгә тура килгән. Йыл һайын аҡлан-болондарға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, балалар йыйылған, ирҙәр иһә байрамда ҡатнашмаған. Тәбиғәткә сығыусылар уйын уйнап, йырлап, киләсәкте юрап ҡайтҡан.
Халҡыбыҙҙың ошо матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға еткереү, һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡалабыҙҙың “Толпар” исемле 62-се балалар баҡсаһында “Кәкүк сәйе” байрамы ойошторолдо. “Хазина” исемен йөрөткән ҡалабыҙҙың ағинәйҙәр менән берлектә үткәрелгән был матур сара бәләкәстәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанабыҙ.
Сара Оло инәйҙең килгән ҡунаҡтарҙы һәм балаларҙы сәләмләп, уларҙы байрамға саҡырыуҙан башланып китте. Артабан Оло инәй “Кәкүк сәйе” йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләне. Байрамға Кәкүк апай ҙа килеп етте. Ул ҡунаҡтарға үҙенең матур бейеүен бүләк итте. Байрам балалар менән йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнап, йомаҡтар ҡойоп дауам итте. Айырыуса өлкән төркөм балалары Фәритова Азалия, Мөхәмәтйәнова Илина һәм Кинйәбулатова Айлинаның башҡорт телендә йәй, ҡоштар тураһында шиғыр һөйләүҙәрен, Абдуллина Маринаның башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыуын бик ихлас ҡаршы алып, көслө алҡыштарға күмделәр сарала ҡатнашыусылар. Күмәкләшеп “Аҡ тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” халыҡ уйындарын уйнау байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Был байрам беҙҙең балалар баҡсаһы өсөн икеләтә шатлыҡлы булды. Сөнки “Хазина” ағинәйҙәр берләшмәһен етәкләүсе, беҙҙең балалар баҡсаһында бик күп йылдар мөдир булып эшләүсе Зимфира Раил ҡыҙы Ибраҡова булһа, ошо берләшмәнең алдынғы ағзаһы, Оло инәй ролен башҡарыусы беҙҙең яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Лира Әнүәр ҡыҙы Яппарова ине.
Күңелле уйындарҙан һуң, йола буйынса, әлбиттә, бәлеш, бауырһаҡ, ҡоймаҡ кеүек тәмлекәстәр менән бергәләшеп шаяра-көлә сәй эсеү тора. Балалар баҡсаһында беҙ йоланың был өлөшөн төркөмдәргә инеп, байрамдан һуң сәй эсергә булдыҡ. Үҙебеҙ генә һыйланып ҡалманыҡ, ҡоштарҙы ла онотманыҡ. Балалар ағинәйҙәр менән бергә киләсәгебеҙ тыныс, донъялар имен булһын, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ, тип матур теләктәр теләп ағас төбөнә ҡоштарға ашамлыҡтар, һөт, ҡатыҡ ҡалдырҙы.
Бына шундай күңелле лә, фәһемле лә байрам үтте беҙҙең балалар баҡсаһында. Бындай саралар халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап алып ҡалыуҙа, йәш быуынға еткереүҙә мөһим роль уйнай.
Зәлиә КАМАЛОВА, 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Фотолар автор тарафынар бирелде.