

Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш. “Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, хөрмәтле кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Ҡайһы саҡ яҙмыш кешеләрҙе төрлө ҡалаларға һәм хатта континенттарға тарата. Ҡалабыҙҙың 31-се урта мәктәбенең 4Б класы уҡыусыһы Йәсмина Ялаеваның ата-әсәһе ҡыҙ икенсе класты тамамлағас Күмертау ҡалаһынан Стәрлетамаҡҡа күскәс, үҙенең беренсе яратҡан уҡытыусыһы Лилиә Хәсән ҡыҙы Байғужина, класташтары һәм мәктәбе менән хушлаша.
Ҡыҙ “Мине таныш булмаған ҡала, яңы мәктәп, бигерәк тә класс нисек ҡабул итер, тиҫтерҙәрем менән уртаҡ тел таба алырмынмы, элекке мәктәптә алған белемемде раҫлай алырмынмы һәм уҡытыусым кем булыр”, тип ныҡ борсола. Йәсминә олатаһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Донъя һәм Башҡортостан кешеһе Рафиҡ Ғибәҙрахман улы Әминев менән шикләнеүҙәре менән уртаҡлаша. Ул күп нәмә кешенең үҙенән тора: үҙеңде яҡшы уҡыуың һәм өлгөлө тәртибең менән иҫбатла, ҡаҙаныштар менән уртаҡлаш, ауыр тормош шарттарында синыфташтарыңа ярҙам ит, уларҙың фекерҙәрен хөрмәтлә, мәктәп дуҫлығын ҡәҙерлә. Шул саҡта ғына коллективта үҙ урыныңды табырһың, маҡсатыңа өлгәшерһең, тип ейәнсәренә аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Белем көнө – уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә иң сағыу мәктәп байрамы.
Был көндө ҡыҙ ҡалабыҙҙыың 31-се урта мәктәбендә буласаҡ уҡытыусым Лилиә Нурғәли ҡыҙы Панченко һәм 3-сө класс уҡыусылары менән осраша.
Лилиә Нурғәли ҡыҙы бик изге һәм асыҡ күңелле, ярҙамсыл һәм һөйкөмлө педагог, үҙ һөнәрен һәм балаларын ярата. Уға һәр ваҡыт һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә, проблемалар менән уртаҡлашырға мөмкин, ул теманы ентекле аңлата, кәңәш бирә һәм бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмай.
Лилиә Панченконың үткән һәр дәресе – белем донъяһында яңы асыштар. Ул дәрестең иң ҡатмарлы темаларын да аңлайышлы итеп еткерә белә, үҙең өсөн бик күп файҙалы нәмәләр беләһең.
Лилиә Нурғәли ҡыҙы уҡырға ғына өйрәтмәй, дәрестән тыш төрлө темаларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар, әңгәмәләр үткәрә, беҙҙе намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә, изгелеккә, бер-беребеҙҙе, ата-әсәләрҙе, кесе һәм өлкән быуынды хөрмәт итергә, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә... Ул бер ҡасан да уҡыусыларына тауыш күтәрмәй, уларҙың фекерҙәрен хөрмәт итә, бөтә белемен һәм көсөн һала. Балаларҙың киләсәктә йәмғиәттең файҙалы кешеләре, илдең патриоттары булып үҫеүенә булышлыҡ итә, шуға күрә ата-әсәһе араһында ҙур ихтирам менән файҙалана.
Дүртенсе синыф уҡыусылары башланғыс мәктәп менән хушлашты, хәҙер улар башланғыс баҫҡыстан төп баҫҡысҡа күсә.
Балаларҙың ата-әсәләре, уҡыусылар үҙҙәре белем орлоғо һалған барлыҡ уҡытыусыларға, уларҙың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәре һәм белемдәре өсөн рәхмәт белдерә, Лилия Нурғәли ҡыҙына һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, аҡыллы һәм тәрбиәле уҡыусылар, ижади уңыштар теләп ҡалалаар!
– Беҙ һеҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, һеҙ һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә ҡаласаҡһығыҙ! – ти 4 класты тамамлаусылар.
Әлфиә МАНСУРОВА. Фото Йәсминә Ялаеваның ғаилә архивынан алынды.