Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Июля , 06:25

Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды

Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы 1957 йылда ойошторолған һәм тулҡынлы шифер етештереү менән билдәле булған сода-цемент комбинатының вариҫы булып тора. Ошо көндәрҙә “Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы”нда яңы производство линияһын асыу һәм донъяла беренсе уникаль технологик комплексты сафҡа индереү тантанаһы үтте. Проект Сәнәғәтте үҫтереү фондының финанс ярҙамы менән “Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Предприятие федераль компетенциялар үҙәге менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөп 2023 йылда уға инә. 2024 йылда Сәнәғәтте үҫтереү фондының маҡсатлы займдарын йәлеп итеп, “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” программаһы буйынса бизнес-план эшләй.

Фиброцемент заводында технологик комплекс асылдыФиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды

Комплексты асыу һәм тәүге тапҡыр сафҡа индереү тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов, предприятие директоры Рөстәм Зәйнуллин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Фиброцемент продукцияһы төҙөлөш тармағында һәр ваҡыт талап ителә, һәм был өлкәлә яңы технологиялар индереү уның сифат, оҙайлылыҡ, конкурентлыҡ һәләтен яҡшыртыуға, шулай уҡ импортты алмаштырыуҙы нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Шуныһы ла мөһим: был предприятие өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тимәк иҡтисадты нығытыуға, яңы эш урындары булдырыуға һәм территорияның инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә.

Хризотил асбестынан бәйләүсе сүс менән фиброцементтан фасад материалдары етештереү буйынса технологик линия өсөн ҡорамалдар менән Ҡытай партнерҙары тәьмин итә.

 

Предприятие Көньяҡ Уралда хризотилцемент продукцияһын етештереүсе алдынғы предприятие булып тора. Заводта тиҫтәләгән йылдар дауамында торлаҡ йорттар, мунсалар һәм башҡа хужалыҡ биналары төҙөлөшөндә ҡулланылған материалдар етештерелә. Шулай уҡ уларҙың изделиеларын йорттарҙы капиталь ремонтлауҙа һәм биналарҙы биҙәүҙә ҡулланалар.

Бынан тыш, предприятие махсус хәрби операция зонаһына гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә.

Эмиль Шәймәрҙәнов предприятие етәкселегенә һәм бөтә коллективҡа яуаплы ҡарашы һәм үҫешергә ынтылышы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм билдәләнгән пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуын теләне.

Гүзәл РӘМИЕВА.

Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән алынды.

Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Фиброцемент заводында технологик комплекс асылды
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас