

«Акрос РБ» компанияһы директоры Артур Тимерғәлин Өфө районында ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар етештереү буйынса цех төҙөү пландары тураһында һөйләне.
Быға тиклем 250 миллион һумлыҡ проект муниципаль «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә хуплау тапҡан. Инвестор Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында объект төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлаған һәм инженер селтәрҙәренә тоташыу мөмкинлектәрен тикшергән.
Яңы производствоны 2028 йылда асырға ниәтләйҙәр, ул 25 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Цехта йылына 500-гә яҡын төрлө агрегат һәм запас частар сығарырға планлаштыралар.
Проектҡа ярҙам саралары булараҡ һалым льготалары менән «өҫтөнлөклө» статусы бирелде. Ер участкаһын ҡуртымға алыуҙы теркәүҙә Өфө районы хакимиәте лә ярҙам итәсәк.
***
«ТриА Девелопмент» компанияһының генераль директоры Константин Гусельников Өфө районында юл буйы ҡунаҡханаһы төҙөү проектын тәҡдим итте.
Эшҡыуар 45 номерлы заманса ҡунаҡхана төҙөлөшөнә 221 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә планлаштыра. Был 16 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә. Объектты 2028 йылда сафҡа индерергә иҫәп тоталар.
Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа һалым ташламалары менән «өҫтөнлөклө» статусы бирҙе. Өфө районы хакимиәте лә ер участкаһын ҡуртымға алыуға булышлыҡ итәсәк.
***
Өфөлә «Золотые пески» ял базаһы булдырыу инициативаһы менән «Сибур плюс» компанияһы директоры урынбаҫары Юрий Ночевкин сығыш яһаны. Инвестор рекреацион объект төҙөлөшөнә 85 миллион һум йүнәлтергә һәм Ағиҙел йылғаһы ярында ҡунаҡ йорттары, мунсалар, кафе-ресторан төҙөргә, шулай уҡ мангал зоналары һәм пляж йыһазландырырға ниәтләй.
14 кешене эш менән тәьмин итәсәк ял базаһын 2029 йылда асырға планлаштыралар. Ярҙам саралары сифатында проектҡа «өҫтөнлөклө» статусы бирелде. Өфө хакимиәте шулай уҡ ер участкаһын ҡуртымға алыуға булышлыҡ итәсәк.