Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Июля , 06:54

Республикала табиптар комаға киткән үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек малайҙы ҡарап сыҡҡан. Ул йәрәхәттәр менән юл буйында табылған һәм әлеге ваҡытта кома хәлендә. Әлеге мәлдә ваҡиға шарттарын хоҡуҡ һаҡлау органдары билдәләй.

Республикала табиптар комаға киткән үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшәРеспубликала табиптар комаға киткән үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә
Республикала табиптар комаға киткән үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 июлдә Стәрлетамаҡ районының «Мирный» баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәтендә урындағы халыҡ юл буйында имгәнгән үҫмерҙе таба, эргәһендә электр самокаты ята. Башына йәрәхәт алған баланы санавиация юлы менән Өфөләге республика балалар дауаханаһына алып китәләр, тип хәбәр итте «Башинформ». Министр әйтеүенсә, хәл ҡатмарлы булып ҡала, әммә табиптар баланы ҡотҡарыу өсөн бар көсөн һала. Табиптар федераль үҙәк белгестәре менән даими бәйләнештә тора һәм үҙ-ара тулыһынса аңлашыуға өлгәшә.

Белгестәр үҫмер организмының эске ресурстарына өмөтләнә. Министр малайҙың ата-әсәһе менән шәхсән аралашты, уларҙың хәлен аңлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Бындай минуттарҙа билдәһеҙлек иң ауыры. Яҡындар өсөн нимә булғанын белеү, табиптарҙың һәр аҙымын аңлау, уларҙың яңғыҙ түгеллеген тойоу мөһим. Хәлде шәхси контролдә тотам", - тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

Сығанаҡ: Башинформ
Республикала табиптар комаға киткән үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә
Республикала табиптар комаға киткән үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас