

Хәл ҡатмарлы булып ҡала, әммә контролдә тотола. Оператив штаб тәүлек әйләнәһенә яғыулыҡ булыуын һәм автозаправкаларҙағы сираттарҙы күҙәтә. Өфөлә сиратта торған автомобилдәр һаны 1351-нән 972-гә тиклем кәмегән.
Бөрө һәм Благовещен ҡалаларына бензовоздар йүнәлтелгән.
Иң көсөргәнешле хәл — Баймаҡ районында. «Башнефть» компанияһының биш автозаправкаһының тик береһендә генә яғыулыҡ бар. Сиратта көтөү ваҡыты яҡынса өс сәғәт тәшкил итә.
Хаҡтарҙы Башҡортостан буйынса Федераль антимонополия хеҙмәте контролдә тота. Әлегә яғыулыҡ хаҡын арттырыу һәм алыпһатарлыҡ осраҡтары асыҡланмаған.
Башҡортостанда бензин етештереү күләме 14% артҡан. Республикаға бензовоздар етешмәй, тигән проблема юҡ.
Яғыулыҡҡа бәйле хәл аҙыҡ-түлек хаҡына йоғонто яһарға тейеш түгел. Республикалағы аҙыҡ-түлек запасы яҡынса 40 көнгә иҫәпләнгән.
Хәлде тотороҡландырыу буйынса эш дауам итә.