

Ошо йылдар һәм быуаттар эсендә Рәсәйҙең диңгеҙ ҡеүәте нығый ғына бара. Стәрлетамаҡ флотта хеҙмәт иткән хәрбиҙәре менән дан тота. Ә билдәле Рәсәй контр-адмиралдары Александр Геннадьевич Дьяконов һәм Батыргәрәй Сәлим улы Зөлҡәрнәев – беҙҙең ҡалала тыуған һәм ҡалабыҙҙың почетлы граждандары булып торалар. Улар менән осрашҡан һайын беҙҙә яҡташташтарыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна.
Сарала шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарынан килгән Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр һәм ветерандар ҙа ҡатнашты. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби-диңгеҙ флоты берләшмәһендә ҡатнашыусыларға йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ул шулай уҡ сарала ҡатнашыусы флот ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне һәм хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бер минут тынлыҡ менән йыйылыусылар бөтә океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә һәм ҙур йылғаларҙа, шулай уҡ Ватан ебәргән ҡоро ерҙә хәрби хеҙмәт барышында батырҙарса һәләк булған яугир-диңгеҙселәрҙе иҫкә алды һәм улар хөрмәтенә «Мәңгелек ут» һәйкәленә сәскәләр һалды.
Сарала ҡатнашыусылар араһында Стәрлетамаҡта тыуып-үҫеп, 2012-2013 йылдарҙа Тымыҡ океан флотының «Маршал Шапошников» БПК карабында хеҙмәт иткән, әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙың 6-сы гимназияһында Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәне уҡытыусы-ойоштороусыһы булып эшләгән Филүс Шамил улы Мусин да ғаиләһе менән килгән ине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул флотҡа осраҡлы эләгә, үҙе атаһы һәм күп кенә туғандары кеүек Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыялланған булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уның йөҙөндә ҡалабыҙҙың һәм күрше райондарҙың барлыҡ Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәрен, ветерандарын байрамдары менән ихлас ҡотлап, беҙҙең именлекте һаҡлағандары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор һәм Сергей КРАМСКОВ фотолары.