

Мәғлүмәттәр буйынса, авария Салауат ҡалаһында иртәнге сәғәт 6-лар тирәһендә Өфө урамында була.
“Лада Веста” автомобиленең 24 йәшлек водителе транспортҡа идараны юғалта, юлдан оса һәм ағасҡа бәрелә.
Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта автомобиль уртаға өҙөлә.
Һөҙөмтәлә ике пассажир урында уҡ һәләк була. Уларҙың 15 йәшлек ҡыҙ һәм 18 йәшлек егет булыуы билдәле.
Водитель һәм тағы өс пассажир, улар араһында 2011 йылда тыуған үҫмер ҡыҙ ҙа була, дауаханаға оҙатыла.
Аварияла ғәйепле водитель иҫереклек кимәлен билдәләү өсөн медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
ГАИ РБ.