

Гәзитебеҙҙең 24-се һанында яҙып үтеүебеҙсә, осрашыуҙа ҡатнашҡан 3-сө башҡорт лицей-интернатының 9-сы класын тамамлаусы Руслан Әминев Рәсәй Федерацияһының милли йыйылма командаһына конкурс һайлап алыуҙы уңышлы үтте. Шэньчжоу ҡалаһында (ҠХР) үткән IX Халыҡ-ара иҡтисади олимпиадала ҡатнашып көмөш миҙал яулап Башҡортостан Республикаһы исеменән лайыҡлы сығыш яһаны.
Осрашыу барышында Эмиль Владиславович балаларҙың ҡайҙа уҡырға инергә теләүҙәре, имтихандарға нисек әҙерләнеүҙәре, әҙерлек процесында килеп тыуған ҡыйынлыҡтар тураһында ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ әлеге ваҡытта Өфөлә төҙөлөүсе Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусына уҡырға саҡырҙы.
Радий ХӘБИРОВ:
Төбәк етәкселәре үҙҙәренең юғары мәктәбен, юғары уҡыу йорттарын үҫтереү менән бик әүҙем шөғөлләнә, тип ышаныслы әйтә алам. Һәм, әйткәндәй, «Приоритет 2030» программаһы сиктәрендә үткән ултырышта беҙ бер нисә губернатор менән дә осраштыҡ. Был, ысынлап та, бик әһәмиәтле, сәләмәт конкуренция.
Бөтә йөҙ балл алыусылар ҙа әҙерлектең иң мөһиме – ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙеңде дисциплиналау һәм хеҙмәт, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Балалар билдәләүенсә, улар көн һайын күп ваҡыттарын әҙерлеккә бүлгән: кемдер махсус курстарҙа, кемдер үҙ аллы шөғөлләнгән, ә ҡайһы берҙәренә мәктәп курсы сиктәрендә бирелгән белем дә еткән. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары ҡалала химия һәм иҡтисади белем биреү кластерын булдырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Игорь Анатольевич Сыров балаларҙың ҡаҙаныштарына һоҡланыуын белдерҙе, сөнки уларҙың һәр береһе тиерлек, дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыуҙан тыш, төрлө олимпиадаларҙа еңеүсе һәм призер булып тора.
Әйткәндәй, 2026 йылда берҙәм дәүләт имтиханы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Стәрлетамаҡ өсөн ул ун дүрт йөҙ баллы һөҙөмтә менән билдәләнде. “Ҡалала быйыл 13 йөҙ баллы һәм 1 мульти йөҙ баллы сығарылыш уҡыусыһы бар, – тине Михаил Васильевич. Шуныһы ҡыуаныслы: 4 фән буйынса һөҙөмтәләргә өлгәшеү артты, рус теле, математика, география буйынса үтә алмаған сығарылыш уҡыусылары юҡ, күп фәндәр буйынса уртаса балл күтәрелде, 335 сығарылыш уҡыусыһы 81 һәм унан да юғарыраҡ балл йыҙы”.
Сығарылыш уҡыусылары менән сәй артында йәнле әңгәмә ҡороп, Стәрлетамаҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, ҡунаҡтар күтәренке кәйеф менән таралышаты. Фәнде йөҙ балға тапшырыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уҡыусыларға аҡ юл, хыялдарының тормошҡа ашыуын, тормошта үҙ урындарын табып, ҡала мәнфәғәтендә хеҙмәт итерҙәй ҙур кешеләр булыуын теләйбеҙ. Ҡуйған маҡсаттарына ирешергә насип булһын!
Гүзәл РӘМИЕВА.
Автор фотоһы.