

Электр самокаттар компаниялары ҡала хакимиәте менән шәхси мобиллек ҡоролмаларын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәү тураһында килешеү төҙөргә тейеш. Был беренсенән. Икенсенән, бөтә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, уларҙың тиҙлеге сәғәтенә 25 километрҙан артмай. Ғәмәлдә лә шулай. Ләкин был тиҙлек тә лә кешене бәрҙереп йәрәхәтләп китеүе бер ни тормай. Хәйер, бындай осраҡтар Өфөлә быйыл теркәлде лә инде.
Стәрлетамаҡта халыҡҡа электросамокаттар менән бәйле хеҙмәтте Ырымбурҙан булған “Вуш” компанияһы күрһәтә. Ҡалала уларҙың алты йөҙгә яҡын самокаты бар. Әйткәндәй, күптән түгел ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшәһендә компания вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлегенә бәйле телмәр тотто.
Мәҫәлән, уларҙың самокаттарында тик 16 йәштән өлкәндәр генә (юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса 14 йәш) йөрөй ала. Ғәмәлдә, ҡала урамдарында унан күпкә йәшерәк балаларҙың руль артында китеп барғандарын да күрмәйбеҙ түгел. Улай ғына ла түгел, бер самокатҡа өс-дүрт үҫмерҙең атланғанына тап булабыҙ.
Һәр хәлдә, йәште тикшереү банк картаһын теркәгәндә асыҡлана тип белдерә хеҙмәт күрһәтеүселәр.
Шуныһы яҡшы күренеш: компания үҙ сиратында ҡала хакимиәте менән берлектә 2026 йылдың июнендә “Водителлек мәктәбе” уҡытыу сараһын үткәргән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡулланыусыларҙы самокатта йөрөтөргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән был сарала 300-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Йәнә докладтан билдәле булыуынса, компания самокаттарҙың техник торошон һәм уларҙы ҡалала урынлаштырыу тәртибен даими күҙәтеп бара. Самокаттар 500 км үткәс йәки ике аҙна һайын техник хеҙмәтләндереү үтә. Улар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы төрлө каналдар аша асыҡлай – хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлаусы хеҙмәтләндереүҙең командаһы аша һәм техник ярҙамына һорауҙар аша. Стәрлетамаҡта миҙгел башынан алып 300-гә яҡын аккаунт блокланған һәм штраф һалынған. Әйткәнжәй, штрафтар һиҙелерлек артты. Мәҫәлән, иҫерек килеш йөрөгән өсөн штраф күләме 100 мең һумға етә.
Самокатты ҡулланыусы арҡаһында зыян күргәндәр өсөн сервистарҙа страховкалау системаһы ла ҡаралған икән.
Бынан тыш, электр самокаттарҙы урынлаштырыуҙа һәм туҡтатыуҙа тәртип булдырыу буйынса самокаттарҙы ҡуйыу өсөн зоналар билдәләнә. Быйыл ошондай 15 зонаны билдәләү планлаштырылған.
Бәлки, һеҙҙең арала ла “электр ат”ты яратыусылар барҙыр. Юғарыла әйтелгәндәргә таянып, шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 14 йәшкә тиклемге балалар яңғыҙ йөрөргә тейеш түгел, самокатты үҙаллы һүтеп йыйыу тыйыла. Ҡағиҙә буйынса электр самокатта махсус урындарҙа ғына хәрәкәт итергә рөхсәт ителә: велосипед юлдары, тротуарҙар (тыйыу билдәләре булмаһа), шулай уҡ йәйәүлеләр зонаһы. Айырыуса шуны иҫтә тотоу мөһим, автомобиль өсөн юл билдәһе булған магистралдәрҙә индивидуаль мобиллек сараларын ҡулланыу бөтөнләй тыйыла.
Минималь һаҡланыу сараларын үтәү мотлаҡ: шлем, тубыҡ һәм терһәк һаҡлағыстары кейеү зарур. Бынан тыш, ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Был тәҡдим генә түгел, ә үҙ именлек өсөн кәрәк.
Йыш ҡына ата-әсәләр балаларына самокаттар һатып ала, әммә ҡағиҙәләрҙе аңлатмай. Балаларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡ тап ата-әсәләргә йөкмәтелә. Ата-әсәләр балаларына даими рәүештә хәрәкәт ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә, хәүефле хәлдәрҙе аңлатырға һәм хәүефһеҙлек сараларының үтәлешен күҙәтергә тейеш. Мәҫәлән, әгәр бала юлға сыҡһа йәки башҡа ҡағиҙәләрҙе боҙһа, тәү сиратта ата-әсә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Һүҙ гәзит уҡыусыларға:
Альбина ТУҠТАРОВА, күп балалы әсә:
– Ауылға йыш ҡына ҡайтып та булмай. Эш көндәрендә кис һайын тиерлек урамға йөрөргә сығабыҙ. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, был йәйәүләп йөрөү үҙе бер һынау. Кескәй ҡыҙыма дүрт кенә йәш әле. Бала-саға ни йүгерергә теләй, әммә ҡулдан да ысҡындырмайым, сөнки уңдан да, һулдан да йә алдан, йә арттан электросамокаттар үтеп тора. Берәй төрлө махсус биләмә эшләтеп булмаймы икән ни?
Мәрйәм ВӘЛИЕВА, хаҡлы ялда:
– Бер көндө магазиндан ҡайтып бара инем, арттан шул самокатта атланған ике ҡыҙ килеп бәрелде. Сумкам ергә төшөп китте, ғафү ҙә үтенмәй, көлә-көлә артабан елдереп китеп тә барҙылар. Контроль ҡатыраҡ булһа ине лә бит.
Илгиз ХӘМИТОВ, эшсе:
– Эшкә троллейбуста йөрөйөм. Барғанда йәки ҡайтҡанда ҡайһы берҙә көтөп тормайым тип электросамокатҡа атланам, кисен балалар менән дә йөрөп алабыҙ. Шәп транспорт. Ғағиҙә буйынса ғына йөрөргә тырышабыҙ. Әгәр барһы ла тиҙлекте арттырмай, юлда булған һәр кем бер-береһен хөрмәт итеп йөрөһә, минеңсә, бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ.
Гүзәл РӘМИЕВА.