Ашҡаҙар
+23 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Августа , 10:18

Һәләк булғандар һаны 13-кә еткән...

Күрше Татарстанда матәм иғлан ителде. Унда ҡот осҡос фажиғә булды.

Һәләк булғандар һаны 13-кә еткән...Һәләк булғандар һаны 13-кә еткән...
Һәләк булғандар һаны 13-кә еткән...

Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһына БПЛА һөжүме һөҙөмтәһендә һәләк булғандар һаны 13-кә еткән, һәләк булғандар араһында бала бар. Ҡала дауаханаларына 28 кеше килтерелгән, улар араһында — бер бала. Зыян күреүселәр һаны 48-гә тиклем еткән. Бөтә хеҙмәттәр ҙә урында эшләүен дауам итә, хәл контролдә тотола.

Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов фажиғә айҡанлы матәм иғлан итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Түбәнге Камаға БПЛА һөжүменән һуң ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, бөгөн илебеҙгә дошман дрондар менән һөжүм итте. БПЛА һөжүме һөҙөмтәһендә Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһы юғалтыуҙар кисерҙе.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Сығанаҡ

Һәләк булғандар һаны 13-кә еткән...
Һәләк булғандар һаны 13-кә еткән...
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас