Ашҡаҙар
+18 °С
Ясно
Йәмғиәт
12 Августа , 15:12

Республика халҡының махсус хәрби операция осорондағы батырлыҡтарын мәңгеләштереү

Республика халҡының махсус хәрби операция осорондағы хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы

Республика халҡының махсус хәрби операция осорондағы батырлыҡтарын мәңгеләштереүРеспублика халҡының махсус хәрби операция осорондағы батырлыҡтарын мәңгеләштереү
Республика халҡының махсус хәрби операция осорондағы батырлыҡтарын мәңгеләштереү

12 августа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика халҡының махсус хәрби операция осорондағы хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссияның тәүге ултырышын үткәрҙе.

Билдәләп үтәйек: комиссия Башҡортостан Башлығы Указы менән 2026 йылдың февралендә булдырылғайны. Уның составына министрлыҡ һәм ведомстволарҙың 42 вәкиле инә. Комиссия ағзалары саралар планын әҙерләгән, улар иҫәбендә – архивтар булдырыу һәм комплектлау, музей-күргәҙмә эшмәкәрлеген ойоштороу, шулай уҡ тематик теле- һәм радиотапшырыуҙар, документаль фильмдар ижад итеү, форумдар, конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү.

Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы республикала 3 600-ҙән ашыу видео- һәм аудиоматериал тупланғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды – репортаждар, документаль фильмдар, яугирҙар һәм командирҙар менән интервьюлар.

– МХО-ның тәүге көндәренән үк яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй. Уларҙың батырлығы һәм ныҡлығы тәрән ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ. Тылда ҡалғандар ҙа Еңеү өсөн барыһын да эшләй, – тине Радий Хәбиров. –Бөгөнгө һанлы технологиялар һәм мәғлүмәт күплеге осоронда факттар һәм ваҡиғаларҙың тиҙ арала юғалыуы һәм хатта онотолоуы ихтимал. Беҙҙең бурыс – үҙебеҙ шаһит булған тарихты һаҡсыл, бөртөкләп йыйыу. Атай-олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөрөҫлөктө һаҡлаған һәм киләсәк быуындарға тапшырған кеүек, беҙ ҙә балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә бөгөнгө ваҡиғалар геройҙары тураһындағы хәтерҙе һәм хәҡиҡәтте тапшырырға тейешбеҙ.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларыь буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев баҫма, электрон киң мәғлүмәт саралары һәм китап нәшер итеү өлкәһенең был йүнәлеш буйынса алып барған эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

– Үҙ бурысыбыҙҙы «Барыһы ла Еңеү өсөн!» тигән саҡырыуҙы киңәйтеүҙә һәм был идеяны журналистар тарафынан алға этәреүҙә күрәбеҙ. Улар халыҡҡа махсус операция барышы тураһында дөрөҫлөктө еткерә, МХО ихтыяждары өсөн гуманитар йөк йыя һәм, әлбиттә, яугирҙарҙың хәрби юлы һәм батырлыҡтары тураһында яҙмалар ижад итә. Һәр киң мәғлүмәт сараһының – үҙенең билдәле махсус проекттары, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Ульчев. – Иң көслө тематик контент, әлбиттә, хәрби хәбәрселәребеҙ тарафынан булдырыла. 40-ҡа яҡын коллегабыҙ махсус операция биләмәһендә сәфәргә даими рәүештә сыға. Мәҫәлән, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, МХО башлағандан алып, 20 эш сәфәре ойошторған, һөҙөмтәлә йөҙләгән репортаж, тематик биттәр, интервьюлар, китаптар донъя күргән. Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы менән берлектә журналистарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың героик батырлыҡтары һәм хәрби юлдары тураһындағы төп материалдарын системалы йыйыуҙы һәм архивлауҙы ойошторҙоҡ. 5,5 мең баҫма, һанлы, видео- һәм аудиоматериал ошо рәүешле һаҡлауға тапшырылған да инде.

Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф министрлығына мәктәп китапханалары фондын урындағы авторҙарҙың республика яугирҙарының батырлыҡтары тураһындағы китаптары менән тулыландырыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләргә ҡушты.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов теле- һәм радиоканалдар эфирында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү тураһында хәбәр итте.

– Яңылыҡтар сығарылыштарындағы алғы һыҙыҡтан репортаждар йәки махсус проекттар булһынмы, улар барыһы ла тәү сиратта яугирҙарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтарын һәм тылдағы хеҙмәт юлын яҡтыртыуға ҡорола, – тине Рөстәм Зәрәфетдинов. – 2022 йылдан алып беҙҙең журналистар 39 эш сәфәрендә булды. Был ваҡыт эсендә БСТ телеканалында барлығы 1 300-гә яҡын репортаж яҙылды һәм архивҡа 1 000-дән ашыу видеоматериал тапшырылды. Шулай уҡ беҙ билдәле шәхестәр, ирекмәндәр, Башҡортостандың төрлө халыҡтары вәкилдәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре ҡатнашлығында 36 ҡыҫҡа метражлы «Һалдаттарға хаттар» фильмдарын әҙерләнек.

Был йүнәлештәге эштә республиканың журналистарының барыһының да әүҙем эше бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

– Беҙҙең бурыс – онотолған батырлыҡтарҙың булмауы. Һәм беҙгә ваҡиғаларҙы һәм яугирҙарыбыҙҙың тарихын хәҙерҙән үк теүәл теркәргә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ышаныслыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, был эште бында һәм хәҙер башҡарырға кәрәк. Биш-ун йылдан һуң был ҡатмарлыраҡ буласаҡ.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов та республика халҡының МХО барышындағы батырлыҡтарын һаҡлау хаҡында сығыш яһаны.

– 2022 йылдан республиканың театр-концерт ойошмалары йәмғиәтте әхлаҡи-патриотик һәм рухи яҡтан нығытыуға йүнәлтелгән тематик спектаклдәр ҡуя. Улар баш ҡала театрҙары майҙансыҡтарында, шулай уҡ республика муниципалитеттарында күрһәтелә. Республиканың концерт учреждениелары ла бик мөһим саралар үткәрә – стационар сәхнәләрҙә 500-ҙән ашыу сығыш һәм 100-ҙән ашыу гастроль ойошторолдо, – тине Фәнүр Шәйхисламов. – «Башҡортостан» киностудияһы патриотизм темаһына фильмдар төшөрә. Шулай уҡ музейҙар ҙа бөгөнгө ваҡиғалар тураһында хәтерҙе һаҡлауҙа ҙур роль уйнай.

Республика Башлығы театр, кинематография һәм яҙыусылар берләшмәләре менән үҙ-ара эштең дәүләт заказы нигеҙендә барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Дәүләт был осраҡта заказсы булараҡ сығыш яһай һәм тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауға йүнәлтелгән, йәштәребеҙҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн мөһим продуктҡа эйә була, – тине Радий Хәбиров. – Музей эшмәкәрлеге буйынса алдыбыҙҙа ҙур һорау тора. Хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарға арналған айырым музей һис шикһеҙ кәрәк. Бындай учреждение һәр муниципалитетта булырға тейеш. Ул мәғлүмәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлаусы төп урын буласаҡ. Республиканың Мәҙәниәт министрлығына ошо теманы өйрәнергә ҡушам. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған мемориал проекты буйынса әҙерлек эштәрен башларға ваҡыт етте. Ул Өфөнөң Зорге урамында Спорт һарайы алдында урынлашасаҡ. Хәҙерҙән конкурс иғлан итергә кәрәк, ул бик күп ҡыҙыҡлы идеялар бирер, тип уйлайым.

Республика архивтарында махсус хәрби операция тарихына һәм унда ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған фондтар булдырыу тураһында төбәктең Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Алексей Пешков хәбәр итте. Ул, атап әйткәндә, Милли архивты техник яҡтан йыһазландырылыуҙы камиллаштырыу кәрәклеген билдәләне

– Электрон һәм аудиовизуаль документтарҙың арта барыуы уларҙы һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн өҫтәмә файл серверы ресурстары талап итә, – тип тулыландырҙы Алексей Пешков.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә барлыҡ кәрәкле каталогтарҙы төҙөү һәм структуралаштырыу өсөн өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

– Республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса күләмле эш көтөлә. Беҙ киң мәғлүмәт саралары, яҙыусылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ музейҙар менән бергә был эште башланыҡ та инде. Архив эштәре буйынса идаралыҡ алдында ҙур күләмдә мәғлүмәт йыйыу һәм тейешле рәүештә эшкәртеү, кешеләр файҙалана алырлыҡ итеү бурысы тора. Айырым мәсьәлә – артефакттар, яугирҙарыбыҙҙың шәхси әйберҙәре. Героик осорҙоң тере шаһиттары булараҡ, улар музей экспозицияларында лайыҡлы урын биләргә тейеш, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.glavarb.ru/ba/news/event/respublika-halyny-mahsus-hrbi-operaciya-osoronday-hrbi-m-hemt-batyrlytaryn-mgelshtere-msllre-buyynsa-komissiyany-berense-ultyryshy/
Автор:
Читайте нас