Ашҡаҙар
+16 °С
Дождь
Йәмғиәт
13 Августа , 13:00

Баҡсаларҙа ҡыҙарып алма бешә

Шарлотка бешереү ваҡыты етте! Һеҙгә Гөлгөнә Байегетованан тәмле пирог рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Баҡсаларҙа ҡыҙарып алма бешәБаҡсаларҙа ҡыҙарып алма бешә
Баҡсаларҙа ҡыҙарып алма бешә

Шарлотка

Төшкө сәйгә йәһәт кенә шарлотка бешереп алдым әле!.
Ҡул аҫтында һәр ваҡыт булған аҙыҡтарҙан сәйгә тәмлекәс бешереү бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай!

Бер пакет 500г. кефирға 4 йомортҡа һыттым, 0.5 стакан көнбағыш майы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы сода, (һүндереү кәрәкмәй катыҡҡа ҡушҡанда), сәй ҡалағы осонда ғына тоҙ . Ошоларҙың бөтәһен дә венчик менән туҡып, етәр тиклем шыйыҡ та итмәй, ҡуйы ла итмәй он ҡушып шыйыҡса ҡамыр эшләнем. Майланған листҡа ҡойоп сыҡтым да, өҫтөнә алма һалып сыҡтым һәм мәк орлоғо һиптем.
Тәк, тағы ла ниҙер ҡуштым..

Әә, күңел йылыһын һалдым, яҡшы кәйеф бөртөктәрен һиптем, яҡшы уйҙарҙа ғына эшләнем был тәмлекәсте! 
Һеҙҙеке лә шулай булһын!
Бына инде, иртәнге сәйгә тәмлекәс әҙер ҙә..

Гөлгөнә Байегетова сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас