Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Августа , 10:42

Башҡортостанда дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылған

Белорет район-ара прокуратураһы коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.

Башҡортостанда дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылғанБашҡортостанда дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылған
Башҡортостанда дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылған

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире аҡсаға пациентҡа эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырған. Бының өсөн ул 20 мең һум алған. Табип дауахана етәкселегенән мәнфәғәттәр конфликтын йәшергән.

Суд табипты ғәйепле тип тапҡан, ышанысты юғалтыу сәбәпле уны эшенән бушатҡан.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас