

«Ул беҙҙең яҡташыбыҙ, сығышы менән Баймаҡ районынан. Минеңсә, был дөрөҫ ҡарар буласаҡ», — тине Хәбиров.
Шулай уҡ уҡыу йортона ингән ерҙә билдәле ғалимға һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, лицей төҙөлөшөн 2027 йылдың 1 сентябренә тамамлау планлаштырыла. Ул 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Федераль финанслау йәлеп ителгән проект «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,8 миллиард һум тәшкил итә. Объект 2025 йылдың авгусында төҙөлә башланы. Алты ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны – 22 мең квадрат метрҙан ашыу (уҡыу корпустары, торлаҡ блоктар, спорт зонаһы, ашхана, китапхана һәм конференциялар залы).
Бынан алдараҡ Радий Хәбиров яңы лицейға Башҡортостандың иң һәләтле балаларын йыйырға теләүҙәре хаҡында белдергәйне. Унда 6-11-се класс уҡыусылары уҡыясаҡ.