

Бының артында вербовкалаусылар тора. Улар балаларҙы енәйәт эшенә ылыҡтыра, теракт, янғын сығарыу, шартлатыуға этәрә.
❶ Үҫмерҙәр өсөн
Әгәр һеҙҙе вербовкаларға тырышһалар, өндәшмәй ҡалырға ярамай. Шунда уҡ ата-әсәгеҙгә һөйләгеҙ, йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. РФ Енәйәт кодексының 31-се статьяһына ярашлы, ваҡытында туҡтап, властарға хәбәр иткән осраҡта яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан азат ителергә мөмкин.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, диверсия йә теракт өсөн 10-дан 20 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм итеү, йәки ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу янай. Терроризмға булышлыҡ иткән өсөн - 7-нән 20 йылға тиклем (шул иҫәптән ғүмерлеккә).
Әгәр ҡурҡыталар һәм хис-тойғоларға баҫым яһайҙар, уйларға ваҡыт бирмәйҙәр, йәшерен эш итергә мәжбүрләйҙәр икән - һағайығыҙ. Белегеҙ, был квест та, өҫтәмә эш тә түгел. Бындай осраҡта берҙән-бер дөрөҫ аҙым - туҡтарға һәм ярҙам һорарға.
Ошо мәлдә вербовкалайҙар икән, нимә эшләргә - выход31.рф порталында уҡығыҙ
❷ Ата-әсәләр өсөн
Хәүефле сигналдарға иғтибар итегеҙ - баланың тәртибендә ҡапыл үҙгәрештәр һиҙелә, үҙенә йомола, яңы виртуаль дуҫтары барлыҡҡа килә, даими яҙышыуҙар һәм шылтыратыуҙар (айырыуса һуңға ҡалып, кис йәки төндә), аңлашылмаған өҫтәмә эш йәки әллә ҡайҙан "еңел" аҡса килеп сыға, телефон экранын йәшерергә йәки браузер тарихын таҙартырға ынтыла.
Был билдәләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бала менән тыныс һөйләшегеҙ, эҙемтәләр менән көрәшкәнсе, хәүефте алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ.
Һүҙҙе нимәнән башларға һәм нимәне аңлатыу мөһим - яуаптар выход31.рф порталындағы ата-әсәләр өсөн бүлектә
Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан