Ашҡаҙар
+12 °С
Ясно
Йәмғиәт
28 Августа , 05:21

Өфө егете Арыҫлан Ярмуллин Көньяҡ Кореяла халыҡ-ара советҡа индерелде

Өфөнән корей теле уҡытыусыһы Арыҫлан Ярмуллин Корея республикаһының берләштереү министрлығы ҡарамағындағы корей ярымутрауын берләштереү буйынса мәғрифәтселек советына ингән. Был хаҡта Арыҫлан «Башинформ»ға хәбәр итте.

Өфө егете Арыҫлан Ярмуллин Көньяҡ Кореяла халыҡ-ара советҡа индерелдеӨфө егете Арыҫлан Ярмуллин Көньяҡ Кореяла халыҡ-ара советҡа индерелде
Өфө егете Арыҫлан Ярмуллин Көньяҡ Кореяла халыҡ-ара советҡа индерелде
«Быйыл июль айында Көньяҡ Кореяның Рәсәйҙәге илселеге саҡырыуы буйынса халыҡ-ара уҡытыусылар семинарында ҡатнаштым. Ул Инчхон ҡалаһында үтте. Халыҡ-ара семинарға донъяның төрлө илдәренән корей теле уҡытыусылары йыйылды. Беҙ яңы уҡытыу алымдарын өйрәндек, лекциялар тыңланыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм Кореяның тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан таныштыҡ», — тип хәбәр итте Арыҫлан.

Арыҫлан өсөн был сәфәр мөһим ваҡиға менән тамамлана. Ул Корея республикаһының берләштереү министрлығы ҡарамағындағы Кореяны тыныс юл менән берләштереү мәсьәләләре буйынса мәғрифәтселек советының 25-се саҡырылышы ағзаһы итеп һайлана. Быйыл тәүге тапҡыр был советҡа сит ил корей теле уҡытыусыларынан да кандидаттар ҡабул ителә, кандидаттар араһынан Арыҫлан Ярмуллин һайлана.

«Был минең өсөн беҙҙең берләшмәгә, Рәсәй менән Корея араһындағы бәйләнештәргә үҙ өлөшөмдө индереү өсөн шәп мөмкинлек. Советтың маҡсаты — Кореяның тарихы, мәҙәниәте һәм тыныс юл менән берләшеү темаһы буйынса мәғрифәтселек алып барыу. Мин сит ил уҡытыусыһы булараҡ онлайн сараларҙа ҡатнашасаҡмын һәм үҙ дәрестәремдә ошо темалар буйынса ла мәғлүмәт менән уртаҡлашасаҡмын», — ти Арыҫлан.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас