

Башҡортостанда 39 һайлау кампанияһы ойошторола. Атап әйткәндә, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, 28-се округ буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау буйынса 37 кампания, шул иҫәптән Өфө ҡала округы советы депутаттарын, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары.
Башҡортостан биләмәһендә бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа төрлө партияларҙан 45 кандидат теркәлгән. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа иһә 5 кандидат (өсәүһе партияларҙан һәм ике кандидат үҙ-үҙен күрһәткән).
Өфө ҡала советы депутаттарын һайлауҙа берҙәм ҡала һайлау округы буйынса биш сәйәси партия күрһәткән кандидаттар исемлеге теркәлгән. Бер мандатлы һайлау округтары буйынса 87 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән партияларҙан 86 кандидат һәм бер кандидат үҙ-үҙен күрһәткән.
Урындағы үҙидара органдарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙа 198 кандидат теркәлгән.
Һайлауға әҙерлекте Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3249 участка һайлау комиссияһы алып бара, шуларҙың 41-е граждандарҙың ваҡытлыса килеү урындарында эшләйәсәк.