Ашҡаҙар
+14 °С
Ясно
Йәмғиәт
3 Сентября , 05:22

Ырымбурҙа Каруанһарай 180 йыллығын билдәләй

Башҡорт халҡының яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйле булған ошо үҙенсәлекле тарихи-архитектура комплексын «башҡорттарҙың изге урыны» тип йөрөтәләр.

Ырымбурҙа Каруанһарай 180 йыллығын билдәләйЫрымбурҙа Каруанһарай 180 йыллығын билдәләй
Ырымбурҙа Каруанһарай 180 йыллығын билдәләй

Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙ «каруандар йорто», «ҡунаҡ йорто» тигәнде аңлата.

– Комплекс 1838 йылдың йәйендә хәрби губернатор В.А. Перовскийҙың башланғысы менән күренекле архитектор А.П. Брюлловтың проекты буйынса төҙөлә башлай. Комплекс 1846 йылдың 30 авгусында (яңы стиль буйынса 11 сентябрҙә) асыла, төбәк һәм башҡорт йәмғиәте өсөн проекттың әһәмиәтен билдәләгән мөһим ваҡиғаға әүерелә, – тип һөйләнеләр Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Бөгөн Каруанһарай әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекты ғына түгел, ә башҡорт халҡының тарихи юлының төп этаптарын кәүҙәләндергән милли һәм рухи мәккә булып ҡала. Уның исеме мәҙәниәттә йәшәй: «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө бар, ул гәзит-журналдарҙа мәҡәләләләр исемдәрендә осрай, музыкаль һәм хореографик әҫәрҙәр авторҙарын илһамландыра.

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас