Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Сентября , 07:05

Башҡортостан бәһлеүәне Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында көмөш миҙал яуланы

Ҡырғыҙстанда VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында стронгменда миҙалдар уйнатылды. Бәһлеүәндәрҙең абсолют ауырлыҡ категорияһында ярыштары 2 сентябрҙән 4-нә тиклем Кырчын үҙәнендәге спорт аренаһында үтте. Еңеү өсөн донъяның 10 иленән 19 атлет көс һынашты.

Башҡортостан бәһлеүәне Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында көмөш миҙал яуланыБашҡортостан бәһлеүәне Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында көмөш миҙал яуланы
Башҡортостан бәһлеүәне Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында көмөш миҙал яуланы

Иң үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы күнегеүҙәрҙең береһе – «дөйә»не урынынан күсереү. Спорт снаряды 400 килограмм ауырлыҡтағы металл конструкциянан тора, бына шуны биш метрға күсереп ултыртырға кәрәк ине. Башҡортостан стронгмены Денис Ваһапов ал бирмәне, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Турнирҙа Ваһапов иран атлеты Саджад Солтанинежадтан ғына ҡалышып, көмөш миҙал яуланы. Өсөнсө урынды Ҡаҙағстан вәкиле Вадим Макарстов алды.

Денис Ваһапов Рәсәйҙең йыйылма командаһына көмөш миҙал килтерҙе. Ярыштарҙың дүртенсе көнөндә рәсәйҙәр ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.

VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары 31 августан 6 сентябргә тиклем уҙҙы. Унда 113 илдән өс меңгә яҡын спортсы ҡатнашты.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас