

Сәхнәлә башҡорт рок-музыкаһының легендар төркөмө БҮРЕЛӘР, дәртле йырҙары менән BABY Ti һәм тамашасыларҙың яратҡан хиттарын башҡарған Тимур Ямалов сығыш яһаны. Тимур Ямаловтың йырҙарын тамашасылар бергәләп йырлап, концерттың иң сағыу мәлдәренең береһен булдырҙы.
«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр үтте һәм ҡала халҡын музыка, мәҙәниәт һәм башҡорт теле тирәләй берләштерҙе. Фестивалде Динара Ғәлләмова һәм Салауат Заманов алып барҙы. Йырҙар, бейеүҙәр һәм күтәренке кәйеф менән тулы кисәлә Стәрлетамаҡ халҡы башҡорт теленең ҡала мөхитендә нисек иркен һәм тәбиғи яңғырай алғанын тағы бер тапҡыр күрһәтте.
Фестивалдә 30 мең кеше ҡатнашты.