

Бөгөн иртәндән Өфөләге “Торатау” конгресс-холында 18, 19 һәм 20 сентябрҙә уҙасаҡ һайлау кампанияһы барышын яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Унда эшләгән журналистарҙы тәбрикләп Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Йәмәғәт штабы етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина, РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы рәйесе Александр Брод, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов сығыш яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда иһә 39 һайлау кампанияһы үтә. Был – Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, 28-се округ буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 37 кампания, шул иҫәптән Өфө ҡала советы депутаттарын, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары.
Тауыш биреү өс көн дауамында – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә барасаҡ.
️Һайлауҙа ҡатнашығыҙ, илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирегеҙ!
Р. Мусина фотолары.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026