Ашҡаҙар
+19 °С
Ясно
Йәмғиәт
18 Сентября , 06:12

ЮЛБАРЫҪТАЙ ЕГЕТТӘР ХЕҘМӘТ ИТӘ “БАРС”ТА

Күптән түгел егеттәрҙең үҙҙәре менән дә аралашырға мөмкинлек тыуҙы. Фермер, Решала, Латып, Ненец – ошондай позывнойҙар алған яугирҙар.

ЮЛБАРЫҪТАЙ ЕГЕТТӘР ХЕҘМӘТ ИТӘ “БАРС”ТАЮЛБАРЫҪТАЙ ЕГЕТТӘР ХЕҘМӘТ ИТӘ “БАРС”ТА
ЮЛБАРЫҪТАЙ ЕГЕТТӘР ХЕҘМӘТ ИТӘ “БАРС”ТА

...Кеше һәр нәмәгә күнегә тиҙәр. Дрондар, БПЛА... Был һүҙҙәр менән дә ҡасандыр һуғышта йөрөгән егеттәрҙең һөйләүе аша таныш инек. Бөгөн иһә был аппараттар инде үҙебеҙҙең баш осонан оса. Буш түгел, әлбиттә... Әммә, Башҡортостанда хәүефһеҙлек юғары кимәлдә булып ҡала – утлы дрондарҙан “Барс” егеттәре һаҡлай!

Сер түгел, дошман мәкерле, йылғыр. Ә бер ил артында тиҫтәләгән “ярҙамсыһы” бар. Әммә фронтта уңышһыҙлыҡтар барыбер ҙә улар яғында. Шуға нисек тә халыҡты эстән ҡуҙғытырға, хәлде ил эстән ҡаҡшатырға маташа дошман. Сәнәғәт объекттарына атакалар, үкенескә ҡаршы, инде көндәлек яңылыҡтар теҙмәһендә урын алған. Улай ғына ла түгел, интернет магазиндар складтарына һөжүм итеп аптыратып ҡына ҡалмайҙар, ябай граждандар менән һуғышып террорсы-йәлләд мөһөрөн алды Украина.

Һәр хәлдә, атака бара һәм күк йөҙөн һаҡларға тейешбеҙ. Бының өсөн Башҡортостанда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мобиль ут төркөмө барлыҡҡа килде. Башта дөйөм Оборона һағына мохтаж булһаҡ, хәҙер ошондай төркөмдәр ҡалҡан булып тора.

Әлбиттә, “ҡоштар” оса башлаған мәлдәрҙә гражданлыҡ объекттары ҡаза күрҙе, предприятиеларға килеп етте. Хәҙер иһә “Барс” бар һәм улар дошман дрондарын әле күктә, йыраҡта көйө атып төшөрә. Халыҡ та, завод та хәүефһеҙ зонала ҡала.

Бындай мобиль төркөмдөң сәнәғәт үҙәге булған Стәрлетамаҡта булыуы шарт. Әлбиттә, ҡайҙа урынлашҡан, ниндәй объектты һаҡлайҙар – уныһы дәүләт кимәлендәге сер. Әммә шуныһы мәғлүм – күгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа.

Күптән түгел егеттәрҙең үҙҙәре менән дә аралашырға мөмкинлек тыуҙы. Фермер, Решала, Латып, Ненец – ошондай позывнойҙар алған яугирҙар. Яугир тигәндән, егеттәр хеҙмәткә баҫыр алдынан РФ Оборона министрылығы менән килешеү төҙөй һәм уның нигеҙендә срогы, шарттарына ярашлы хеҙмәт итә. Эйе, улар МХО биләмәһендә йөрөмәй, әммә бында ла эш етерлек...

– Былтыр уҡ ғариза биреп ҡуйған инем инде, быйыл ике айлыҡ курстар үттек тә, бына һаҡҡа баҫтыҡ. Ике ай хеҙмәт итәбеҙ, бер ай өйҙә (эштә) эшләйбеҙ, – тип һөйләй хеҙмәте хаҡында гәзитебеҙҙең күптәнге танышы “Фермер”. – Төрлө мәлдәр була, йә предприятие өҫтөн күҙәтәбеҙ, йә яланға “һунарға” сығабыҙ. Һәр саҡ мобиль һәм уяу булырға кәрәк.

Егеттәрҙең позывнойы төрлө, әммә һәммәһен – тыуған ил алдындағы изге бурыс берләштерә – объекттарҙы һәм халыҡты һаҡлау!

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәктер, “Барс”та хеҙмәт итеү ябай түгел, әммә шарттары ла етерлек: мәҫәлән, эш хаҡы Оборона министрыҡ тарафынан да, республика ҡаҙнаһынан да һәм эш урынынан да килә. Башҡа льготалар ҙа етерлек.

...“Осоуһыҙ аппараттар хәүефе иғлан ителде”. Һуңғы арала йыш ҡына ошондай смс-хәбәр килә телефонға. Әммә бөтөнләй борсолорға кәрәкмәй тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, артыҡ хафаланырға нигеҙ юҡ: күгебеҙҙе юлбарыҫтай һиҙгеҙ, етеҙ, ҡыйыу еггетәр һаҡлай!

Рәмил МАНСУРОВ.

Фото: "Барс" төркөмө архивынан алынды.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас